Ошо йәһәттән Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалындағы әйҙәүсе агроном Фирҙәүес Аҫылбаева файҙалы кәңәштәр бирә.
“Баҡсалағы емеш ағастарын ҡышҡыһын төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡлауы ауыр: уларҙың туңыуы ихтимал, ә ҡапыл иретеп һыуытҡанда өшөүе мөмкин. Бынан тыш, ағастарға төрлө кимереүселәр ҙә зыян килтерә. Быларҙың барыһы ла киләсәк уңышҡа йоғонто яһай.
Баҫыуҙарҙа аҙыҡ кәмеү менән кимереүселәр кеше ихаталарына, баҡсаларына яҡынлаша. Ни генә тимә, бында уларға аҙыҡ күберәк. Сысҡандар һәм ҡуяндар ағастарҙың ҡайырын, ботаҡтарын кимерә, тамырын ашай. Тимәк, баҡса культураларына кимереүселәр ҙур зыян килтерә. Мәҫәлән, ҡыуаҡ тамырынан киренән үҫеп сыҡһа ла, ҡайыры һәм тамыры ашалған ағасты һаҡлап ҡалыу өсөн баҡсасыға байтаҡ көс һалырға тура киләсәк. Шуға ла һыуыҡтар етеү менән тәжрибәле баҡсасылар кимереүселәргә ҡаршы төрлө саралар күрә башлай.
Тәү сиратта көҙ баҡсанан үлән йөмдәрен, төшкән япраҡты алырға кәрәк. Кимереүселәргә оя ҡороу өсөн “төҙөлөш материалдары”н ҡыйлыҡҡа ташлағыҙ.
Ҡыуаҡ һәм ағас олондарын һаҡлау өсөн махсус материал менән уратып алығыҙ. Әгәр был ябай туҡыма икән, уға дегет тамыҙғанда, еҫе ҡоротҡостарҙы ҡурҡытыр. Туҡыманан тыш, ағас олондарын ҡурай еләге, артыш, ылыҫлылар, ҡамыш һәм башҡа ботаҡтар менән уратып бәйләргә була. Был сара олондо һаҡлауҙан тыш, ҡышын уны һыуыҡтарҙа ла бер аҙ йылытып торор. Ошо ысулды ҡулланған осраҡта, олондоң төбөн ер, ҡар менән күмеп ҡуйығыҙ, ә өҫтән ныҡлап бәйләгеҙ. Яҙын ҡояш йылыта башлағас, бәйләмдәрҙе сисергә кәрәк.
Ҙур булмаған ағастарға магазиндарҙа һатылған махсус цилиндр кейҙерергә мөмкин. Ул ағас олонона тейеп торорға тейеш түгел һәм ергә биш сантиметр тирәһе ҡаҙып ҡуйырға кәрәк. Баҡсасыларҙың ағас олондарын капрон менән уратҡанын да күргән бар. Йәнәһе лә, кимереүселәр был туҡыманы яратмай. Әгәр капронға әлеге лә баяғы дегет тамыҙһаң, ысынлап та, был ысул шәп булмаҡсы.
Ағас олондарын төрлө химик составлы ҡушылмалар менән буяу ысулдарын ҡулланып та һаҡларға була. Мәҫәлән, балсыҡ һәм һыйыр тиҙәген тигеҙ өлөштә алып, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек иҙмә эшләргә, уға бер ҡалаҡ карбол кислотаһы ҡушып, олондо буярға. Ошондай уҡ шыйыҡсаға 100 грамм креолин, 90 грамм карбофосфор ҡушырға була.
300 грамм нафталин һәм 100 грамм еҙ купоросын ике килограмм үҫемлек майы, солярка, 400 грамм скипидар, 350 грамм һабынға ҡушалар ҙа 100 литр һыуҙа болғаталар. Ошо шыйыҡса менән ағас олондарын, ҡыуаҡтарҙы буяйҙар. Бөгөн магазиндарҙа кимереүселәргә ҡаршы көрәштең төрлө ысулдарын тәҡдим итәләр. Улар ҙа – баҡсасыға һәйбәт ярҙамсы.
Әлбиттә, тағы бер ябай ғына ысул да бар: ағас олондарын эзбиз һәм дегет, йә башҡа еҫле әйбер ҡушып буярға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ ҡушылдырыҡтарҙың да ҡыш уртаһында еҫе осоп бөтәсәк. Беҙ һанап үткән кәңәштәрҙе ҡулланғанда, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтарығыҙҙан уңышты юғалтыуһыҙ йыйып аласаҡһығыҙ.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Л. Нуретдинова, Г. Балтабаева әҙерләне.