Баҡса
8 Марта 2020, 05:25

Сәскә ғүмере бик-бик аҙ ғына...

Гөлләмәләр, байрам кәйефе өҫтәп, оҙаҡ ултырһын өсөн ябай ғына кәңәштәр.

Ниндәй ҡатын-ҡыҙ сәскә бүләк иткәндәрен яратмаһын! Бер генә бөртөк сәскә булһынмы, әллә ҡосаҡҡа һыймаҫ ҙур гөлләмәме – мөһим түгел, күрһәтелгән иғтибар күпкә ҡәҙерлерәк.
Әлбиттә, һәр кем бүләккә алынған сәскәнең оҙағыраҡ ултырыуын теләй. Был тәңгәлдә һеҙгә ябай ғына кәңәштәр ярҙамға килер.
  • Тыштан ингән гөлләмәне шунда уҡ һыулы вазаға ҡуймағыҙ, ул аҙ ғына бүлмә температураһына өйрәнһен.
  • Һабаҡтың һыуға тейеп торасаҡ өлөшөндәге япраҡтарҙы тулыһынса алып ташлағыҙ, юғиһә улар серей башлап, һыуҙы тиҙ иҫкертәсәк, еҫләндерәсәк.
  • Һәр сәскәнең һабағын 1-2 см оҙонлоҡта ҡыя рәүештә ҡырҡырға кәрәк. Был эште һыуҙа килеш эшләһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
  • Һөт кеүек аҡ һут сығарған сәскәләрҙең һабағын бер-ике секундҡа ҡайнар һыуға тығып алыу уларҙың ғүмерен бермә-бер оҙайта.
  • Сәскә өсөн ҡайнап һыуынған йәки фильтр аша үткәрелгән һыу яҡшыраҡ. Крандан аҡҡан хлорлы һыуҙы бер сәскә лә яратмай.
  • Аспириндың гөлләмә ғүмерен оҙайтыуын күптәр беләлер, әммә уны дөрөҫ нисбәттә ҡулланыу шарт: бер литр һыуға – бер төймә аспирин.
  • Был маҡсатта ҡулланырға мөмкин нәмәләр: 0,5 балғалаҡ тоҙ, бер сәй ҡалағы 10 процентлы спирт, 0,5 балҡалаҡ лимон кислотаһы (был нисбәт бер литр һыуға ҡарата алынған).
Байрам айҡанлы ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән алынған гөлләмәләрегеҙ оҙаҡ ваҡыт күҙҙе иркәләп, өйҙө йәмләһен!
Фото: pinterest.ru
Читайте нас