Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
9 Март 2020, 20:50

Март айында нимәне ҡасан сәсергә?

Тәжрибәле баҡсасылар мартта үҫентеләрҙе ҡасан сәсергә, ә ниндәй көндәрҙә баҡса эше менән бөтөнләй булышмаҫҡа кәңәш итә?

Күп кенә тәжрибәле баҡсасылар үҫенте ултыртҡанда, баҡса эштәрен башҡарғанда айҙың фазаһын иҫәпкә алырға кәңәш итә. Улар шулай уҡ бөтөнләй ер эше менән булышырға ярамаған көндәрҙе лә билдәләй.
Бөгөн 9 мартта – тулы ай, иртәгәнән – 10 марттан 23-өнә тиклем ай кәмеү фазаһында була. Был осорҙа күп үҫентеләрҙе сәсмәү кәңәш ителә. 24 мартта яңы ай тыуа һәм ул 25-енән 31 мартҡа тиклем үҫеү фазаһында була.
Был айҙа орлоҡ әҙерләү өсөн уңайлы көндәр: 11, 13, 17, 18 һәм 22 март.
Үҫентеләр ултыртыу өсөн ҡулай көндәр:
ҡыяр – 28, 29, 31 март;
томат – 29, 30, 31;
баклажан – 13, 14, 23;
борос – 13, 14, 23;
кәбеҫтә – 13, 14, 23;
йәшел тәмләткестәр – 13, 14, 22;
кишер – 13, 14;
редис – 13, 14, 23.
Март айында сәсеү, күсереп ултыртыу өсөн уңышһыҙ, йәғни “ҡоро” көндәр: 9, 24, 25.
Миҙгел уңышлы килһен, баҡсағыҙ мул уңыш менән һөйөндөрһөн!
Фото: sadsovet.ru
Читайте нас: