Баҡса
10 Апреля 2020, 13:47

Хуш, ҡырмыҫҡа

Баҡсағыҙҙа ҡырмыҫҡа күбәйеп китһә, уның файҙа­һына ҡарағанда зыяны арта, сөнки үҫемлектәрҙең һутын һура, тамырҙарын кимерә, сәселгән орлоҡтарҙы һәләк итә, еләк-емеште ашай.

Баҡсағыҙҙа ҡырмыҫҡа күбәйеп китһә, уның файҙа­һына ҡарағанда зыяны арта, сөнки үҫемлектәрҙең һутын һура, тамырҙарын кимерә, сәселгән орлоҡтарҙы һәләк итә, еләк-емеште ашай. Иң насары – баҡсала кеблә үрсетә. Ҡырмыҫҡалар кеблә бүлеп сығарған татлыҡайҙы бик ярата, шунлыҡтан үрсеһендәр өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙыра. Үҙ сиратында кеблә картуф, ноҡот борсағы, ҡыяр, сөгөлдөр һәм арпа вирустарын таратыуы менән зыянлы.


Элек күп баҡсасылар ҡырмыҫҡаға ҡаршы зарарлы химик инсектицидтар ҡуллана торғайны, ә хәҙер “Кыш-вредитель Муравей” тигән яңы тәбиғи пре­па­ратҡа өҫтөнлөк бирәләр. Уның составында ҡырмыҫҡаны ҡурҡыта торған ҡайын дегете, майлы кислоталарҙың калий тоҙҙары, файҙалы тәбиғи бактериялар бар. Баҡса ерендә ҡырмыҫҡа иләүҙәре күрһәгеҙ, уларға бер нисә ҡат ошо иретмәне (2 литр һыуға – 100 мл “Кыш-вредитель Муравей”) һибегеҙ, ҡырмыҫҡалар баҡсағыҙҙан ҡасыр.
Читайте нас