Баҡса
26 Апреля 2020, 10:50

Слива ағасынан груша йыйырға мөмкинме?

- Икенсе яҙ "слива"быҙ шау сәскәгә күмелде лә... көҙ груша емеше бирҙе. Хәҙер йыл да 60 биҙрәнән ашыу уңыш йыябыҙ, - тип һөйләй Нәсих ағай Хәлисов.

Гәзитебеҙҙең дуҫы, әүҙем автор, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Лилиә Нуретдинова сираттағы яҙмаһын тәҡдим итә.
“Апайымдың баҡсаһында “Грушалар аллеяһы” бар. Ғәмәлдә шаяртып бирелгән исем ул. Баҡсалары ҙур булғас, ике-өс йыл һайын грушалар үҫентеһе алып ултыртҡандар. Тик ни ғиллә, был 12 ағастың береһе лә груша бирмәй – алма менән ҡыуандыра.

Ә быныһы хеҙмәттәшем һөйләгән хәл: бынан 25 йыл элек, баҡса һатып алыу менән баҙарҙан ике слива барып алалар. “Сорттары һәйбәт, мул уңыш бирерҙәр”, - тип оҙатып ҡала һатыусы. Сливалар ете йыл буйы сәскә лә атмай үҫә бирә. Ҙур ағас булғас (слива түгеллеге күренеп тора) ағай уларҙы бысып ташларға була. Ҡатыны ғына йәлләп, тағы бер йылға ҡалдырып тороуҙы һорай. Икенсе яҙ “сливалар” шау сәскәгә күмелә лә... көҙөн груша емеше бирә. “Йыл да 60 биҙрәнән ашыу уңыш бирәләр. Тик сортын белмәйбеҙ. Грушаһы тәмле, үҙебеҙгә лә, күрше-күләнгә лә, хеҙмәттәштәремә күстәнәскә лә етә”, - тип һөйләй Нәсих ағай Хәлисов.
Был ваҡиғаларҙы мин мәҙәк өсөн яҙманым. Әле үҫентеләр һатып алыу осоро башлана. Баҙарҙарҙа улар бихисап. Машина-машина сығарып һаталар. Ошо муллыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Тик күпселек осраҡта беҙ оҙон телле һатыусыны һайлайбыҙ һәм йыш ҡына алданабыҙ. Алған слива ағасынан груша емеше йыймаҫ өсөн ни эшләргә һуң?

Ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге, баҡса еләген баҡсасылар билдәһеҙ етештереүселәрҙән алып, йыш ҡына ауырыуҙар менән зарарланған үҫентеләр ултырта һәм үҙен кәм тигәндә өс йылға мул уңыштан мәхрүм итә. Бындай хәл булмаһын өсөн тәү сиратта үҫентеләрҙе ышаныслы етештереүсенән алырға кәрәк. Иң һәйбәте – беҙҙең ерлектә үҫтерелгәндәргә өҫтөнлөк бирергә. Шул саҡта үҫентеләр тиҙ ерегеп китеп, ауырыуҙарға бирешмәй, тиҙерәк уңыш бирә башлаясаҡ. Ағастар алырға кәрәк булһа, тәүҙә һеҙгә ниндәй сорт кәрәклеген алдан уҡып-белегеҙ. Районға ҡулайлаштырылған сорттарға өтөнлөк бирегеҙ. Шул саҡта ҡарағатта бөрө талпандары, фитофтороз, япраҡ ауырыуҙары булмаҫ.

Үҫентеләрҙе йә көҙ, япраҡтар ҡойолғас, йә яҙ бөрөләнгәс, япраҡ ярғанға тиклем алырға кәрәк. Һайланған ҡыуаҡ, йә ағасты ентекләп ҡарап сығығыҙ. Һау үҫентенең ҡайыры ялтырап торорға, йәнселәнмәҫкә тейеш, ботаҡтарының береһе булһа ла кипкән икән, был үҫентенән баш тартығыҙ. Бөрөләре һау, кипмәгән булһын. Әгәр үҫенте япраҡ ярған икән, япраҡтарына иғтибар итегеҙ. Уларҙа таптар, башҡа төҫтәр, ау һәм башҡа сит әйберҙәр булмаһын. Ағасты ултыртҡанда, уның осон саҡ ҡына киҫергә кәңәш итәләр. Шуға һатыусының рөхсәте менән тамыр осон ҡырҡып ҡарағыҙ. Әгәр тамырҙа бүрткән урындар, төҫөн үҙгәрткән ерҙәр бар икән, тимәк, был үҫенте һеҙҙеке түгел.

Үҫентеләрҙе һайлау бер, алып килеп ултыртҡан ерҙең сифаты - икенсе мәсьәлә. Ерҙең сифаты уларға ҙур йоғонто яһай. Әсе ерҙе эзбизләмәйенсә, еләкле культураларҙы ултыртыу һөҙөмтәһеҙ буласаҡ. Баҡсағыҙҙа ер уңдырышһыҙ, ауыр икән, үҫентеләр ултыртыр алдынан бер ай самаһы алдан минераль һәм органик ашламалар индерергә, ҡом алып килергә кәрәк.

Бер-береһенә яҡын туған булған үҫентеләрҙе эргәләш ултыртырға кәңәш ителмәй: ҡарағат менән крыжовник, ҡурай еләге менән баҡса еләге. Ә бына алмағас һәм ҡурай еләге, киреһенсә, бер-береһенә ярҙам итә. Уларҙы эргәләш ултыртҡан хәлдә, мул уңышҡа өмөт итергә була.

Үҫентеләрҙе бытыштырып ултыртыу ауырыуҙарҙың күбәйеүенә килтерәсәк, уңышты күпкә кәметәсәк. Улар араһында һауа һәйбәт йөрөргә, ҡояш нурҙары иркен үтеп инергә тейеш.

Беҙ былай ҙа емеш-еләккә һаран булған тәбиғәт шарттарында йәшәйбеҙ. Ғаиләне, айырыуса балаларҙы, үҙ баҡсаңда, экологик яҡтан таҙа емештәр менән һыйлап үҫтерге килә. Шуға ағас үҫентеләрен һайлағанда иғтибарлы булығыҙ”, - тип кәңәш итә Лилиә Нуретдинова.
Фото: bash.news
Читайте нас