Баҡса
19 Май 2020, 13:02

Ҡөҙрәтле “33 батыр” ярҙамға килә

“33 Богатыря” тәбиғи биопрепараты былтыр данлыҡлы “Сәскәләр һәм Ҡала” халыҡ-ара күргәҙмәһендә алтын миҙалға лайыҡ булды. Был ҡөҙрәтле препарат тупраҡта үҫемлектәр өсөн туҡлыҡлы матдәләр етештереп торған тотош бер тере фабриканы хасил итә. Ул тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрә, йәшелсәләрҙе, еләк-емеште, йәшел тәмләткестәрҙе һауыҡтыра, витаминдар, минералдар, биологик әүҙем матдәләр һәм файҙалы тәбиғи пробиотиктар менән туйындыра.

50 йыл элек ауыл хужа­лығында – ағыулы химикаттар (пестицидтар), аҙыҡ-түлек етеш­тереү һәм һатыуҙа антибиотиктар, химик консерванттар, химик буяуҙар, еҫ һәм тәм яҡшырт­ҡыстар ҡулланыла башлай. Былар кеше һаулығына насар йоғонто яһай.

Экологик органик тере ер эшкәртеү препараттары, шул иҫәптән “33 Богатыря” биопрепараты, үҫемлектәрҙе һаҡлай, туйындыра һәм улар аша кешелекте һауыҡтырыуға хеҙмәт итә.

Тупраҡ микроорганизмдарға ни тиклем бай булһа, уңдырыш­лылығы шул тиклем нығыраҡ арта. “33 Богатыря” файҙалы йән эйәләрен үрсетеүе менән алдыра ла инде. Уның соста­вындағы 33 штамм төрлө эштәр эшләй: 10 төр бактерия-штамм тупраҡтан туҡлыҡлы матдәләр эҙләп ала, дүрт штамм һауанан азот үҙләштерә, һигеҙ штамм үҫемлектәрҙе ауырыу­ҙарҙан, зарарлы ҡоротҡостарҙан һаҡлай, һигеҙ бәшмәк-штамм үҫеүҙе, тамырҙар яһалыуын яҡшырта, ә өс пробиотик штамм кешенең микрофлораһын һауыҡтыра.

Биопрепаратты тупраҡтың өҫкө ҡатламына (5 – 10 см) индерәләр. Уны үҫемлектең бөтә үҫеш осоронда ҡулланырға була. Тик шуныһы: микроорганизмдар тупраҡта температура +5 °С булғанда ғына эшләй башлай. 33 штамдың һәр береһе үҙ “өйөндә” йәшәй, шунлыҡтан бер-береһенә ҡамасауламай (был – фирма тапҡан инновация).
Читайте нас