Шәхси йорт ихатаһының йәме ябайлыҡта һәм ваҡыт үтеү менән бәҫен юғалтмаған тәбиғилегендә. Әгәр ихата хужаның талаптарын ҡәнәғәтләндермәй икән, борсолорға урын юҡ, матурлыҡты үҙ ҡулдарың менән тыуҙырырға мөмкин бит. Йорт биләмәһе күркәм булһын өсөн нисек биҙәргә? Бөгөнгө тупланмала һүҙ ошо хаҡта.
Ихатаны матурларға тотонорҙан алда “ауыл стиле” тигән төшөнсәне, уның үҙенсәлектәрен аңлау мөһим. Ауыл йорто ихатаһының биҙәлешендә боронғо һәм бөгөнгө элементтар, тәбиғилек, этник үҙенсәлектәр һәм йолалар сағылыш таба, ниндәйҙер дәрәжәлә күп төрлөлөк һәм тарҡаулыҡ күҙәтелә. Бында нәзәкәтле француз газондарын, антик һындарҙы күрмәҫһегеҙ, сөнки ауыл ихатаһында идеаль тәртип бик һирәктәрҙә генә булалыр.
Үҫемлектәргә килгәндә, уларҙы берәү ҙә ултыртмаған, үҙҙәренән-үҙҙәре үҫеп сыҡҡан тигән тәьҫир тыуырға тейеш. Бер түтәлдә нәфис декоратив сәскәләрҙе ҡыр үҫемлектәре менән бергә ултыртырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер сикләүҙәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, беҙ йәшәгән төбәккә хас булмаған экзотик сәскәләр ауыл стиленә тап килмәй, уның үҙенсәлектәрен юҡҡа сығарасаҡ.
Ихатаны биҙәү өсөн декоратив ҡыуаҡ, ағастарҙы ғына түгел, емеш-еләк үҫентеләрен дә файҙаланырға була. Улар биләмәне йәмләү менән бер рәттән уңыш та бирәсәк.
Ҡыуаҡлыҡтарҙы бер төрлө оҙонлоҡта киҫеп торорға, баҡсаны, биләмәләге бөтә элементтарҙы тәфсирләп хәстәрләргә теләге лә, ваҡыты ла булмаған кешеләр дача ерен дә ауыл стилендә биҙәүгә өҫтөнлөк бирә. Бында әллә ни күп көс түкмәй, бәләкәй генә яһалма быуа яһау, сағыу сәскәләр ултыртыу ҙа етә.
Биләмәне зоналарға нисек бүлергә?
Ауыл ихатаһындағы ландшафт дизайнын ниндәйҙер шаҡмаҡ һәм сикләнгән зоналарға бүлергә ярамай, сөнки уның бөтә өлөштәре, бер-береһенә һалмаҡ ҡына күсеп, берҙәм композицияны тәшкил итә. Зоналарға шартлы рәүештә генә бүлергә мөмкин. Тәжрибәле дизайнсылар дүрт зонаны айырып ҡарай. Улар:
l ихатаға инә торған ер – ҡунаҡтарҙы, туғандарҙы ҡаршылай торған зона. Тап ул биләмә һәм уның хужаһы тураһында тәүге тәьҫоратты тыуҙыра, шуға күрә был ер иң күркәме булырға тейеш. Был зонаны ҙур булмаған сәскә түтәлдәре, кескәй һындар һәм ҡапҡа төбөн яҡтыртыу өсөн шар рәүешендәге бер-ике фонарь менән биҙәргә була;
l хужалыҡ зонаһы – дачала ял итеп кенә ҡалмайҙар, күптәр рәхәтләнеп баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Тимәк, биләмәлә ер, баҡса эштәре менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе, ҡорамалдарҙы һаҡларлыҡ хужалыҡ ҡаралтыһы булырға тейеш;
l баҡса зонаһы – файҙалы культуралар, емеш-еләк ағастары һәм декоратив ҡыуаҡлыҡтар үҫтерелгән биләмә;
l ял зонаһы – һәр ихатала, хатта бәләкәй генә участкала ла мотлаҡ булырға тейешле киңлек. Ял зонаһында үрмәгөлдәр араһына эскәмйә, ағас беседка яһап, унда өҫтәл, ултырғыстар, мангал, бәүелмәле кәнәфи, китаптар ҡуйырға мөмкин.
Шәхси йорт һалғас йәки һатып алғас күптәр уның биләмәһен үҙенсә биҙәргә, йәмләргә тырыша. Участкалағы һәр нәмә уның талаптарына яуап бирергә, зауығына тап килергә тейеш. Был йәһәттән үҫемлектәр айырым әһәмиәткә эйә. Сәскә-гөлдәрҙе, ҡыуаҡлыҡтарҙы, ағас үҫентеләрен ентекле һайлау шарт, сөнки улар һәр бер ер участкаһының мотлаҡ атрибуты булып тора.
Иң яҡшыһы – беҙҙең өсөн ғәҙәти ағастарҙы, мәҫәлән, алма, груша йәки сейә ултыртыу. Ихатаны сағыу көнбағыштар йәки тырнаҡ гөл менән тулыландырырға мөмкин. Баҡса иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем күҙҙең яуын алып ултырһын өсөн үҫемлектәрҙе сәскә атыу осоро буйынса тупларға кәрәк.
Был төшөнсә күптәр өсөн картуф, сөгөлдөрҙө хәстәрләү, ҡоротҡостарҙы йыйыу, бысраҡ түтәлдәр, көн һайын һыу һибеү менән ауаздаш. Асылда иһә был күренештәрҙең барыһы ла үткәндәрҙә ҡалды.
Хәҙер йәшелсә баҡсаһы ла декоратив элементты тәшкил итә. Баҡсаны үрелгән ситән, кескәй статуялар, сәскәләр менән биҙәйҙәр. Түтәлде бәләкәй, әммә бейек итеп эшләйҙәр. Йәшелсәләр эргәһенә ашарға яраҡлы үләндәр, гөлдәр ултыртырға мөмкин.
Ландшафт дизайнындағы ауыл стилендә биҙәлеш күләме мөмкин тиклем аҙыраҡ булырға тейеш. Ихатаны биҙәү өсөн функциональ әйберҙәр, мәҫәлән, эскәмйә йәки арба, шулай уҡ үрелгән кәрзиндәргә ултыртылған сәскәләр, ҡоҙоҡ ҡулланалар.
Бынан тыш, баҡсалағы юлдарға ваҡ таш, ҡырсын түшәргә, үрмәгөлдәр үҫтерергә, ҡойманы ағастан эшләргә йә иһә ситәндән үрергә мөмкин.
Баҡсала ял зонаһын яһау өсөн ауыл стиленә тап килгән йыһаз һайлайҙар. Уны һатып алырға, шулай уҡ үҙең эшләргә мөмкин, сөнки бындай ландшафт өсөн ағас йәки үрелгән йыһаз ҡулай буласаҡ.
Ултырғыс урынына ағас төптәрен ҡулланырға, бүрәнәне һырлап биҙәп, беседка эшләп ҡуйырға була.
Заманса баҡса участкаһының тағы ла бер мотлаҡ элементы – ҡыуаҡлыҡтар уратып алған ҙур булмаған быуа йәки бәләкәй күл. Был урын барыһын да үҙенә мотлаҡ йәлеп итеп торасаҡ, шуға күрә быуа (күл) буйына эскәмйә йәки бәүелсәк яһайҙар.
Баҡсаны йәки ихатаны биҙәү өсөн үрҙә әйтелгән алымдарҙың барыһын да ҡулланырға була. Бынан тыш, һүрәттә күрһәтелгән дизайндарҙың береһен генә һайларға мөмкин.
Үҙегеҙ өсөн был ерҙә иң мөһиме нимә икәнлеген аныҡ күҙаллау шарт – матурлыҡмы, уңайлыҡмы, баҡсасылыҡмы? Күптәр ихатаның урам яғын сағыу гөлдәр, ағас, ҡыуаҡтар, һындар менән биҙәп, артҡы яғында йәшелсә баҡсаһы үҫтерәләр, теплица ҡуялар. Ял зонаһын, балалар өсөн уйын майҙансығын да оноторға ярамай.