Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына баҡсасылар һәм ауыл кешеләре баҡса участкаларында, ихаталарында йыландар осрауы тураһында хәбәр итеп, йыш шылтырата башлаған. Был күренеште дәлилләп, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Баййегет тә йортоноң ихатаһында йылан тотоуы тураһындағы видеояҙманы “Бәйләнештә” социаль селтәренә һалған. Ошондай осраҡта һөйрәлеүселәр кешегә зыян килтермәһен өсөн нимә эшләргә, тәбиғәттә үҙеңде нисек тоторға? Ошо хаҡта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һаҡлау һәм хайуандар донъяһы объекттарын файҙаланыуҙы күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Глеб Викторович ЕГОРОВ түбәндәге кәңәштәре менән уртаҡлашты.
– Һөйрәлеүсе хайуандарға нисек ҡарарға?
– Ерҙә йәшәгән кешеләрҙең 80 проценты самаһы йыландарҙы яратмай, ҡурҡа һәм ерәнеп ҡарай. Ҡайһы берәүҙәр, үҙҙәрен изге эш башҡарғандай тойоп, уларҙы күреү менән үлтерергә тырыша. Йәнәһе, “йүнһеҙҙе” үлтерһәң, ул бер кемде лә тешләмәйәсәк.
Башҡортостанда ябай туҙбаш, дала ҡара йыланы (Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән) һәм баҡыр (еҙ, тос) йылан йыш осрай.
– Йыландың тәбиғәткә килтергән файҙаһы ла етерлек бит...
– Ысынлап та, йыландар кешегә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күрһәтә. Улар ауыл хужалығына зыян килтергән һәм ҡурҡыныс йоғошло ауырыуҙарҙы ташыған сысҡандарҙы һәм ҡомаҡтарҙы юҡ итә. Шуға ла үҙегеҙҙең участкағыҙҙа ҡара йылан йәки туҙбаш күрһәгеҙ, уларҙың урмандан йәки яҡындағы һыу ятҡылығынан тик торғандан һеҙҙе ҡурҡытырға килгән, тип уйламағыҙ. Был һөйрәлеүселәр сысҡан һәм ҡоротҡостарҙы аулай. Тимәк, ҡоротҡостар һеҙҙең участкала йәки уның эргәһендә бар.
– Урманда йәки паркта йөрөгәндә йылан осрағанда үҙеңде нисек тоторға?
– Йыландар кешенән ҡурҡмай, әммә башҡа йәнлектәр кеүек үк улар ҙа осрашыуҙан ҡасырға тырыша. Урманда һеҙҙең аҙымдарҙы ерҙең һелкенеүенән бөтә кәүҙәһе менән бер нисә метрҙан уҡ тойоп, ул шунда уҡ юлығыҙҙан китәсәк.
Яҙ улар үҙҙәрен башҡасараҡ тота. Ҡояшлы көндәр килеү менән көҙгө япраҡтар өйөмөнән, ағастарҙың иҫке тамырҙары һәм түңгәк аҫтынан, башҡа хайуандар ташлаған ояларҙан, өйөп һалынған таҡта, төҙөлөш сүп-сары араһынан һәм башҡа урындарҙан сыға. Улар бер ни тиклем аптырап ҡала – ҡышҡы анабиоздан сыҡҡанда йылан үҙен кеше операция наркозынан һуң булған кеүек тоя. Насар күрәләр, ишетеп тә бармайҙар һәм оҙаҡ уйлайҙар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, ҡушылыу өсөн парын эҙләп, яйлап ҡына тирә-яҡҡа таралыша башлайҙар.
Был саҡта йыландарҙы борсомау хәйерле. Мөхәббәт уйыны менән мауыҡҡан саҡта улар йыш ҡына бик яһил була, һеҙгә ташланыуы ла ихтимал – ҡойроғона баҫа, ыҫылдай, хатта ырғыуы ла мөмкин. Туҙбаш һәм ҡара йылан уларҙы тоторға тырышҡан осраҡта ғына сағасаҡ. Беренсе булып йыланға ҡағылмағыҙ – шул саҡта уның да һеҙгә зыяны теймәҫ.
– Йылан тешләгәндә нимә эшләргә?
– Юғалып ҡалмаҫҡа, ә тешләгән урынды һыҡтырып бәйләп, ағыуҙы һурып алырға йәки уны яндырырға кәрәк. Яраны һабынлап йылы һыуҙа йыуырға һәм шул урынды спирт йәки составында спирт булған төнәтмә менән ыуырға кәрәк. Һыҙланыуҙы баҫҡан дарыу эсеп, яҡындағы медицина учреждениеһына бара һалығыҙ. Унда дауалау тәғәйенләйәсәктәр һәм тейешле тәҡдимдәр бирәсәктәр.
Баҡсағыҙға йылан килмәһен тиһәгеҙ, унда тәртип урынлаштырығыҙ, йәғни былтырғы япраҡтарҙы һәм төҙөлөш сүп-сарын йыйыштырығыҙ, төҙөлөш материалдары араһында арауыҡ һәм ярыҡ ҡалдырмағыҙ.