Баҡса
24 Июля 2020, 12:23

Төп сер – төштәрен алып ташлау

Билдәле журналист, шағирә һәм яҙыусы Зөһрә Ҡотлогилдинаның баҡсаһы тураһында легендалар йөрөй. Унда нимә генә үҫмәй ҙә, ниндәй генә емеш-еләк юҡ, тип һәйләйҙәр, шуға күрә Зөһрә апайға шылтыратып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләй торған рецепт өлгөләре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

Билдәле журналист, шағирә һәм яҙыусы Зөһрә Ҡотлогилдинаның баҡсаһы тураһында легендалар йөрөй. Унда нимә генә үҫмәй ҙә, ниндәй генә емеш-еләк юҡ, тип һәйләйҙәр, шуға күрә Зөһрә апайға шылтыратып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләй торған рецепт өлгөләре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.


– Беҙҙең баҡсаны күргән кеше белә: ул ялан кеүек иркен. Емеш-еләк, емешле ағастар һәм ҡыуаҡ­лыҡтар, сәскә, дарыу үләндәре – барыһы ла үҫә унда. Элегерәк бө­тәһен дә йыйып, ҡайнатмалар, салаттар әҙерләй инем. Һуңғы ике йыл бик булышҡаным юҡ, – тине ул.
Шулай ҙа серҙәре менән уртаҡ­лашты. Мәҫәлән, ижади күңелле һәм матурлыҡты яҡын күргән апай ҡайнатмаларҙың төшһөҙ булыуын ярата икән.
– Балан ҡайнатмаһы бик еңел эшләнә һәм үҙе иҫ китмәле тәмле була. Баланды ҡайнатып алғас, иләккә һалып ышҡыйым. Бөтә төштәре тороп ҡала. Шуға шәкәр өҫтәйһең дә, тағы бер аҙ ҡайна­таһың. Банканы стерилләмәй генә һалам да ултыртам. Боҙолмай ҙа, әсемәй ҙә, һәйбәт һаҡлана, – ти ул.
Зөһрә апай груша, ҡарағат һәм хатта ҡурай еләгенән ҡайнат­ма­лар­ҙы ла төшһөҙ итеп әҙерләй. Әле­ге лә баяғы иләк аша ышҡый ҙа шәкәр ҡушып ҡайната.
– Табында төкөрөнөп ултыр­ғансы, ошолай ашау уңайлыраҡ бит. Тәмле лә, зауыҡлы ла була шулай, – тигән фекерҙә ул. – Иғтибар итһәгеҙ, минең рецептарым бик ябай. Үҙем самалап эшләйем барыһын да. Грамлап, стаканлап ултырғаным юҡ. Йәшәй-йәшәй тәжрибә тупланғандыр.
Ә бына һуңғы йылдарҙа Зөһрә Ҡотлогилдина ҡайнатмалар ҡай­натыуға ҡарағанда, емеш-еләкте туңдырып йәки ҡаҡ эшләп һаҡлау яҡлы. Шулай итһәң, витаминдары яҡшы һаҡлана һәм файҙалыраҡ та була, ваҡытты ла күп алмай, тигән фекерҙә ул.
– Элек сирек-сирек ҡайнат­малар, компоттар яһай инем. Үҙебеҙ ашап бөтә алмағас, аҙаҡ уны кешегә таратам, шуға күрә туңдырып һаҡлау яҡшыраҡ тигән фекергә килдем. Ҙур туңдырғыс ҡына кәрәк. Ә баҡсам күңелем өсөн, әйҙә, артабан да үҫһен, емеш-еләге менән ҡыуандырып торһон. Миңә йәл түгел, кешеләр менән рәхәтләнеп уртаҡлашам, – ти ул.
Зөһрә апай тағы бер матур кәңәш бирҙе: ҡышҡылыҡҡа шифалы үләндәр йыйып ҡалырға. Алдан әйткәнсә, уның баҡсаһында һары һәм күк мәтрүшкә, андыҙ, клевер һәм башҡа бик күп үлән үҫә. Әле ул боланут үҫтерергә хыяллана. Әйткәндәй, быйыл күп итеп йыйып алған һәм үҙе шифалы сәй әҙерләмәксе.
– Их, үләнле сәйҙең тәмлелеге. Айырыуса ҡыш бындай сәйҙәр танһыҡ, шуға күрә йәйҙең мәлен дөрөҫ файҙаланып йыйып ҡалығыҙ. Уларҙың шифаһы ла байтаҡ бит. Үҙе дауа, үҙе күңелгә бер рәхәтлек, – ти Зөһрә апай.

Әле ваҡыт бар, үлән йыйып ҡалығыҙ.
Читайте нас