Баҡса
1 Сентябрь 2020, 10:30

Төшкөлөккә йәшелсәләрҙән тәмле аш

Уның өсөн бер килограмм болгар боросо, бер ҡабаҡ, бер баклажан, бер баш һуған, өс тырнаҡ һарымһаҡ, бер аш ҡалағы 9% һеркә, ике аш ҡалағы соя соусы, дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк

Уның өсөн бер килограмм болгар боросо, бер ҡабаҡ, бер баклажан, бер баш һуған, өс тырнаҡ һарымһаҡ, бер аш ҡалағы 9% һеркә, ике аш ҡалағы соя соусы, дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк.
Тәүҙә һарымһаҡты әрсеп ваҡлап үҫемлек майы, соя соусы өҫтәп һәйбәтләп бутап маринад эшләйбеҙ. Шунан йәшелсәләрҙе йыуып таҙартып турап һауытҡа һалып тоҙлоҡ өҫтәп ҡул менән баҫып болғатып, ҡапҡасын ябып, бер сәғәткә ҡалдырабыҙ.
Артабан формаға пергамент ҡағыҙы түшәп уға маринадланған йәшелсәләрҙе һалабыҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып 20-30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Шунан әҙер ризыҡты өҫтәлгә ҡуйырға ла мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Vkusnatisha.ru
Читайте нас