Дөгө менән эшләгән салаттарҙы күргән бар, ә бына ҡарабойҙай ҡушып яһалғанын ашағанығыҙ бармы? Әйтеүҙәренсә, бик тәмле һәм үҙенсәлекле килеп сыға.
Ҡарабойҙай – 0,5 килограмм;
Үҫемлек майы – 350 миллилитр;
Туғыҙ процентлы аш һеркәһе – 100 миллилитр;
Йомро ҡара борос – биш бөртөк.
Һуған, татлы борос һәм кишерҙе үҫемлек майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Помидорҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ ҙә ҙур кәстрүлгә һалабыҙ. Тоҙ менән шәкәр өҫтәп, биш минут ҡайнатабыҙ. Ҡарабойҙайҙы яртылаш бешереп алабыҙ һәм дуршлагка һалабыҙ. Бөтә ингредиенттарҙы кәстрүлгә бушатабыҙ, өҫтөнә лавр япрағы менән борос бөртөктәре өҫтәйбеҙ һәм 20 минут быҡтырабыҙ. Әҙер булырына биш минут ҡалғас, аш һеркәһе ҡушабыҙ.
Әҙер массаны стерилләнгән 0,5 литрлы банкаларға һалабыҙ, ҡапҡас ябып, төрөп ултыртабыҙ.