Баҡса
11 Сентябрь 2020, 15:11

Ҡарбуздан ҡайнатма

Август-сентябрь – ҡарбуз миҙгеле. Был саҡта уны туйғансы ашап ҡалғы килә лә бит, тик туйып буламы һуң татлы аҙыҡтан? Уны ҡышҡылыҡҡа һаҡлауы ауыр, шуға күрә ҡайһы берәүҙәр ҡайнатма әҙерләй. Бер рецепты һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ.

Ҡайнатма өсөн кәрәк:

Ҡарбуз (йомшаҡ ере) – 1 килограмм;

Шәкәр – 800 грамм;

Бер лимон һуты;

Ванилин.

Ҡарбуздың йомшаҡ ерен шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм төштәрен алып ташлайбыҙ. Шәкәр өҫтәп, ике-өс сәғәткә ситкә алып тороғоҙ. Аҙаҡ һутын ҡойоп алырға һәм унан сироп ҡайнатырға. Ҡарбузға әҙер сиропты өҫтәп, тағы ҡайнатырға. Уттан алабыҙ ҙа 8-10 сәғәткә ҡалдырып торабыҙ. Бынан һуң йәнә ҡайнатабыҙ һәм тағы өс-биш сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Шунан һуң ғына ванилин, лимон һуты өҫтәп, өс-биш минут ҡайнатырға. Әҙер ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға һалабыҙ һәм тимер ҡапҡас ябабыҙ.
Читайте нас