Тәбиғәттә көҙ – үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу, һаҡлауға әҙерләү, шул уҡ ваҡытта киләһе йыл уңышы хаҡында хәстәрлек күреү өсөн иң яуаплы осор. Йәй дауамындағы һыу һибеү, сүп үләндәре утау кеүек мәшәҡәттәр артта ҡалһа ла, сентябрҙә лә баҡсасылар өсөн эш етерлек.
Ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы тәрбиәләйбеҙ
Сентябрь, октябрь айының башы – емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары ултыртыу өсөн иң ҡулай ваҡыт. Шулай уҡ быға тиклем үҫеп ултырғандарын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү ҙә мотлаҡ. Япраҡ ҡойолғас, кипкән, һынған ботаҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ, шулай уҡ ботаҡтарҙың йәй дауамында онло ысыҡтан зыян күргән өҫкө өлөшөн киҫергә кәңәш ителә. Ҡурай еләгенең быйыл уңыш биргән үҫентеләрен ҡырҡып, яңыларын ҡалдырығыҙ. Әгәр һеҙҙең тарафта ҡыш үтә ныҡ һалҡын була икән, үҫентеләрҙе бер-береһенә бәйләү юлы менән бер аҙға ергә ятҡырығыҙ. Ҡарағат, крыжовник кеүек ҡыуаҡтарҙың горизонталь ботаҡтарын ергә күмеп, яҙғылыҡҡа яңы үҫентеләр алыу хәстәрлеген күрегеҙ.
Алма, груша ише ағастарҙың, шулай уҡ ҡыуаҡтарҙың төбөн ҡаҙыу, тупрағын йомшартыу эштәрен тап ошо мәлдә башҡарып ҡуйырға кәрәк. Был – ҡоротҡос бөжәктәргә, ҡарышлауыҡтарға ҡаршы көрәш өсөн дә һөҙөмтәле алым.
Ағас төптәрен ҡаҙыу барышында, әгәр тупраҡ ҡатҡыл, балсыҡлы булһа, тиреҫ йәки серетмә индереү шарт. Был маҡсатта ҡарайған бысҡы табы йә иһә туралған һалам ҡулланырға ла мөмкин. Ҡул аҫтында тиреҫ, серетмә йәки бысҡы табы булмаһа, баҡсағыҙҙа үҫкән уңыштың ҡалдыҡтары ярҙамға килер – күп йыллыҡ люпин, ҡуҙаҡлы культуралар, кишер һәм сөгөлдөр япраҡтары, һабаҡтары бына тигән органик ашлама һанала! Уларҙы ярты көрәк самаһы тәрәнлектә күмергә кәрәк, тик был эштәрҙе бик һаҡ башҡарырға кәңәш ителә – ағас һәм ҡыуаҡтарҙың өҫкө тамырҙарына зыян килтереп ҡуймағыҙ!
Тырнаҡ гөлө, бәрхәт кеүек сәскәләрҙең һабаҡтарын да ташларға ашыҡмағыҙ, бер аҙ ваҡлап ергә күмегеҙ. Улар бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы яҡшы сара буласаҡ.
Көҙгөһөн алма менән грушаның тамырҙары бик шәп үҫә, шуға күрә уларҙы мотлаҡ туҡландырырға кәрәк. Бының өсөн бер квадрат метр майҙанға 3–5 килограмм органик ашлама, 10–12 грамм калий, 30–40 грамм суперфосфат алына. Ағас тирәләй ҡаҙылған ергә яҡшы итеп һыу һибеп, ашламаларҙы индергәндән һуң, өҫтөнә саҡ ҡына тупраҡ һибеп сығырға кәңәш ителә.
Сентябрҙә ағастарға һыу ҡойорғамы, юҡмы? Тәжрибәле баҡсасылар быны кәңәш итмәй, сөнки һыу күплектән ағас яңы үҫентеләр ебәреүе һәм ҡыш туңыуы ихтимал. Көҙ үтә ҡоро килеп, ямғырһыҙ булһа, яңы ултыртылған, әлегә емеш бирмәгән ағастарға ғына самалап һыу ҡойорға мөмкин.
Их, тәмле, бигерәк тәмле!
Сентябрь – “икенсе икмәк” тип аталған картуф уңышын йыйыу өсөн иң ҡулай мәл. Ҡайһы берәүҙәр был эште август аҙағында уҡ башҡарып ҡуя, әммә был осраҡта дөрөҫ һаҡлау мәшәҡәтлерәк булыуы ихтимал: иртә алынған бәрәңге тиҙ йомшара, йәшелләнә. Ә ер аҫтында ул тәбиғи шарттарҙа булыуын дауам итә, ҡабығы нығына. Был кишер, сөгөлдөр кеүек тамыраҙыҡтарға ла ҡағыла.
Картуфты ҡасан алыуҙы хәл иткәндә, әлбиттә, һауа торошона ла иғтибар итергә кәрәк. Был мөһим эште ҡоро көндәрҙә, оҙайлы ямғырҙар башланғанға тиклем башҡарып ҡуйыу хәйерле, сөнки һыулы йәшелсәне тейешенсә киптереү бер ыҙа булһа, икенсенән, артыҡ дымлылыҡтан унда төрлө сирҙәр барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Картуфты ҡаҙырҙан бер аҙна самаһы алда һабағын сабып, йыйып алырға кәрәк. Һабаҡтан, ҡый үләндәренән таҙарған бураҙналар тиҙерәк кибә, тупраҡ – ҡорораҡ, картуф таҙараҡ буласаҡ. Ҡаҙылған уңыш кәм тигәндә өс-дүрт сәғәт ҡояш нуры аҫтында ятһа, бик хуп! Был осраҡта ул сыныға, һаҡлау өсөн нығына. Орлоҡҡа тигән картуф ике аҙна самаһы сынығырға тейеш. Уның йәшелләнеүенән ҡурҡмағыҙ, был ваҡытта уның ҡабығында сирҙәрҙән, сысҡандан һаҡлаған соланин алкалоиды тигән матдә барлыҡҡа килә.
Йыйып алынған уңышты шунда уҡ баҙға төшөрөргә ярамай. Беренсенән, йәшелсә тейешенсә кибергә тейеш, икенсенән, был ваҡытта баҙ әле йылы була. Ҡараңғы, еләҫ, һауа температураһы 10–15 градус булған урында, ағас йәшниктәргә һалып, картуфты бер ай самаһы ҡурҡмайынса тоторға була. Баҙға төшөрөр алдынан тағы берҙе ҡарап, серектәрен, сирлеләрен айырығыҙ. Картуф ағас йәшниктә йәки селтәрле тоҡта һәйбәт һаҡлана. Уларҙы иҙәндән 15–20 сантиметр бейеклектәге урындыҡҡа урынлаштырығыҙ, стенаға үтә яҡын ҡуймағыҙ.
Баҙҙағы температура 2–3, иң күбе 4–5 градус булырға тейеш. Орлоҡҡа тип һалынған картуфтың өҫтөнә көл йәки эзбиз оно һибергә кәңәш ителә. Был бүлбеләрҙе һәр төрлө сирҙәрҙән һаҡлай. Ашарға тип тәғәйенләнгәненең араһына ике-өс ҡаты алма һалырға мөмкин, әлеге ысул уның тиҙ шытыуын иҫкәртә.
Күп баҡсасылар кәбеҫтәне иң аҙаҡтан – октябрь урталарында, хатта аҙаҡтарында ғына ала, әммә был бөтә осраҡтарға тура килгән ҡағиҙә түгел.
Кәбеҫтә, ғәҙәттә, өс төргә – иртә, уртаса һәм һуң өлгөрә торғанға бүленә. Иртә өлгөргән кәбеҫтәне беҙҙең климат шарттарында июль аҙаҡтарында уҡ ашай башлайбыҙ. Ә бына уртаса өлгөргән кәбеҫтәне сентябрь айынан ҡалмайынса йыйып алырға кәрәк. Бындай сорттар яҡынса өс-дүрт ай һаҡлана ала, шулай уҡ һәр төрлө салаттар, маринадтар өсөн ҡулланырға мөмкин.
Йыйыр алдынан ике аҙна дауамында кәбеҫтәгә һыу ҡойорға ярамай. Уңышты аяҙ көндә йыйырға кәңәш ителә. Кәбеҫтәләрҙе ташлау, тышҡы ҡатламына бысаҡ кеүек осло әйбер менән тейеү уның һаҡланыу ваҡытына кире йоғонто яһай.
Һуң өлгөрә торған “белоснежка”, “Валентина F1”, “зимовка 1474”, “колобок”, “московская поздняя” кеүек сорттар беҙҙең климат шарттарында ла яҡшы уңыш бирә. Тәжрибәле баҡсасылар һәм йәшелсәселек тармағы белгестәре уларҙы октябрь урталарында йыйырға кәңәш итә.
Халҡыбыҙҙа борон-борондан яңы уңыштан өлөш – кәтмән биреү йолаһы йәшәгән. Күп төбәктәрҙә ул тап картуф уңышын йыйыуға бәйле әле лә һаҡланған.
Ғәҙәттә, картуф алған мәлдә күршеләр, туғандар, ауылдаштар араһында ошондай шаярыу ҡатыш һөйләшеү килеп сыға:
– Кәтмән бирмәһәң, китмәм!
Уңыш йыйыусылар араһынан берәйһе ырҙынға бәрәкәт теләүсенең итәгенә, кеҫәһенә яңы картуфтан өлөш тултыра. Әлбиттә, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар – балитәкле күлдәк, ирҙәр ҙур кеҫәле киң салбар кеймәгәс, йола ла үҙгәреш кисергән, шулай ҙа был матур күренеш бөтөнләй юҡҡа сыҡмаған.
Телебеҙҙә “кәтмән” һүҙе ике мәғәнәлә йөрөй, беренсеһе – эш ҡоралы, тәпке, икенсеһе – бер биҙрә һыйҙырышлы ағас һауыт. Әлеге йола уның тап икенсеһенә бәйле, йәғни бер биҙрә самаһы уңышты кемдер менән бүлешеү. Был ергә тейеш булған өлөш тип ҡабул ителгән һәм уны биреү киләһе йылдың уңышына тәьҫир итә тигән ырым-ышаныу йәшәгән.