Баҡса
11 Сентябрь 2020, 15:06

Груша менән лимон һутынан компот

Быйыл баҡса грушаһы ла яҡшы уңыш бирҙе. Ул компот өсөн бик һәйбәт. Һеҙгә лимон һуты ҡушылған үҙенсәлекле рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Быйыл баҡса грушаһы ла яҡшы уңыш бирҙе. Ул компот өсөн бик һәйбәт. Һеҙгә лимон һуты ҡушылған үҙенсәлекле рецепт тәҡдим итәбеҙ.


Өс литрлыҡ банка өсөн кәрәк:

Груша – 1,6-1,7 килограмм;

Шәкәр – бер стакан;

Һыу – 1,8-2,2 литр самаһы.

Бер лимон һуты йәки бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы.
Грушаның матурҙарын һай­лап алабыҙ, йыуабыҙ һәм, ур­таға бүлеп, эсен алып таш­лайбыҙ. Уларҙы таҙа банкаға һалабыҙ һәм ҡайнар һыу ҡоя­быҙ. 15-20 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Лимонды йыуып, һу­тын һығып алабыҙ. Һыуҙы кәстрүлгә ҡоябыҙ һәм шунда сироп әҙерләйбеҙ. Бының өсөн һыуға шәкәр һалабыҙ ҙа шәкәр тулыһынса иреп бөткәнсе ҡайнатабыҙ. Шунан сиропҡа лимон һуты өҫтәп, тағы берҙе ҡайнатабыҙ. Сиропты грушалы банкаға ҡоябыҙ, ныҡлап тимер ҡапҡас ябабыҙ һәм төрөп, йылы урынға әйләндереп ҡуябыҙ.
Читайте нас