Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Гөлирә менән Илгиз Ямалетдиновтар быйыл виноградтан мул уңыш йыйып ҡыуанған.
Ғаиләгә “Изабелла” сортлы емеш элекке хужаларҙан мираҫҡа ҡалған. Ҡыуаҡтарға нисә йыл икәнен Гөлирә әйтә алмай, моғайын, ун йыл самаһы барҙыр тип фаразлай. Хужабикә әйтеүенсә, ул артыҡ тәрбиә һәм ҡаплау талап итмәй.
"Быйыл унлаған ҡыуаҡтан 70 килограмм самаһы уңыш йыйҙыҡ. Виноградтан нимә генә эшләмәйбеҙ: компот ябам, йөҙөм киптерәм, һут яһайым. Быйыл джем эшләп ҡараным. Бик тәмле килеп сыҡты. Ҡышҡылыҡҡа иһә виноград сыбығының осон ғына киҫеп ҡуям. Беҙ уны япҡаныбыҙ юҡ. Хатта Хәйбулланың ҡырыҫ ҡышына ла түҙә! – тип һөйләй Гөлирә.
Иң ҡыҙығы шунда: элекке хужалар виноградты тейешле талаптар буйынса ла ултыртмаған. Алты метр оҙонлоҡтағы түтәлдә үҫентеләр бик күп. Киҫеүен дә үҙҙәренсә эшләгәндәр. Виноград сыбығының оҙонлоғо 1,5 метрҙан артмаҫҡа тейеш, ти белгестәр. Ә Ямалетдиновтар уны өс метрғаса еткерә. Ошо нескәлектәргә ҡарамаҫтан, ҡырыҫ тәбиғәтле Хәйбулла ерендә йылы яҡтарҙағы һымаҡ уңыш алыу - ҙур ҡыуаныс ул.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы әйҙәүсе агрономы Алина Мусина ғаиләгә ошондай кәңәштәрен юллай:
"Ҡатҡан виноград сыбығының бер ботағын беләк буйы самаһы ҡырҡып алып, көҙгөлөктән ултыртығыҙ. Шул ботаҡ үҫеп китһә, уны әлеге виноградығыҙҙан алыҫҡараҡ ултыртып ҡарағыҙ. Ошо айырым ҡырҡылғанды белгестәр кәңәш иткәнсә киҫеп үҫтерегеҙ. Сағыштырыуҙа емештәрҙең эреләнеүе, тәмләнеүе күренергә тейеш. Ғөмүмән, виноградты ултыртҡанда, 60*80 диаметрлы соҡор ҡаҙырға кәрәк. Унда торф, көл, бер ус самаһы тутыҡҡан сөй, бер кило самаһы бойҙай һалып болғатырға кәрәк. Ике биҙрә һыу өҫтәп, виноградты ултыртабыҙ. Яҙғыһын иһә дүрт сыбығына ғына үҫергә бирәбеҙ һәм уларҙың оҙонлоғон 1,5 метрҙан арттырмайбыҙ. Ә виноградтың араһында ике метрҙан ашыу ара ҡалырға тейеш.
Көҙ һәр төпкә бер биҙрә көл һәм тиреҫ ҡушымтаһы өҫтәргә кәрәк. Калий йодиды, бор кислотаһы, цинк ҡушырға кәңәш итәм. Уңышығыҙ гел шулай мул булһын!
Фото: Гөлирә Ямалетдинова.