Баҡса
22 Сентябрь 2020, 15:30

Йәшел помидорҙан салат

Баҡсасы-хужабикәләр өсөн - сираттағы рецепт. Уңышығыҙ мул, табындарығыҙ түңәрәк булһын!

Баҡсасы-хужабикәләр өсөн - сираттағы рецепт. Уңышығыҙ мул, табындарығыҙ түңәрәк булһын!
Өс килограмм йәшел помидор, бер килограмм кишер, бер килограмм башлы һуған, бер килограмм болгар боросо, 100 грамм тоҙ, 300 грамм шәкәр кәрәк.
Тәүҙә йәшелсәләрҙе йыуып таҙартабыҙ ҙа һәр береһен ваҡлап турайбыҙ. Кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Тоҙ, шәкәр ҡушып, һуты сыҡҡансы төнгөлөккә ултыртып торабыҙ.
Шунан утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 400 грамм үҫемлек майы ҡушабыҙ ҙа тағы ла 15 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Уттан алып, 200 грамм һеркә һалып, стерилләнгән банкаларға тултырып, йылы әйбергә урайбыҙ. Ҡыш салат итеп ашарға йәки ашҡа һалырға мөмкин. Йылы батарея эргәһендә һаҡларға ярамай.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: cookpad.com
Читайте нас