Баҡса
29 Сентябрь 2020, 06:40

Баҡсалағы иң мөһим эштәр

Алма, груша, сейә еҫтәре менән алдатып, көҙ ҙә ишек ҡаҡты... Быйылғы уңышығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме? Ҡышҡа витаминдар әҙерләйһегеҙме?

Алма, груша, сейә еҫтәре менән алдатып, көҙ ҙә ишек ҡаҡты... Быйылғы уңышығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме? Ҡышҡа витаминдар әҙерләйһегеҙме?


Бер үк ваҡытта баҡсаны ла ҡышҡа әҙерләй башларға кәрәк. Беҙҙең гәзиттең дуҫы, даими рәүештә кәңәштәре менән ярҙамға килгән Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова нимәгә иғтибар итергә икәнлеген һөйләй.

* Көҙгө алмаларҙы йыйырға ваҡыт. Уларҙы өлгөрөрҙән өс-биш көн алда йыйһағыҙ, оҙағыраҡ һаҡлана. Ағастан емеште алғанда, уның тышын йәнсетеп ҡуймағыҙ. Ә бына ҡойолған алмаларҙы ваҡытында йыйып, яндырыу хәйерлерәк, сөнки тап уларҙа алма күбәләге үрсей.


* Ҡыуаҡтар ултыртырға булһағыҙ – әле тап мәле. Ҡарағат һәм крыжовникты ҡурҡмайынса күсереп ултыртырға була. Бының өсөн соҡор әҙерләп, унда берәр биҙрә торф серетмәһе һәм тиреҫ һалығыҙ. Үҫентеләрҙе ҡыяраҡ итеп, баштарын бер аҙ киҫеп ултыртығыҙ. Ай дауамында ерҙең дымлылығын тикшереп тороғоҙ.


* Ҡурай еләгенә лә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә ваҡыт етте. Уны киҫеп, аҫтын таҙартып, быйыл уңыш биргән ботаҡтарын алырға кәрәк. Үҫентеләрен ултыртыу өсөн дә шәп мәл. Тик ҡара ҡарағат һәм сейәнән улар алыҫыраҡ булһын.
Читайте нас