Баҡса
29 Сентябрь 2020, 06:38

Ерҙең сифатын нисек яҡшыртырға?

Түтәлдәрҙән уңышты йыйғас, буш ҡалған урында нимә эшләйһегеҙ? Әлеге мәлдә ерҙе киләһе миҙгелгә әҙерләй башларға кәрәк. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге белгесе Светлана Дәүләтханова ниндәй саралар күрергә кәңәш итер икән?

– Үҙемдең дә баҡсам ҙур. Йылдар буйы һыналған ысул – гәрсис сәсергә кәңәш итәм. Бер миҙгелдә йәшелсә, еләк-емеш үҫкән ер шаҡтай туҡлыҡлы матдәләрен юғалта. Уны ҡайтанан тергеҙергә ярҙам итергә кәрәк. Аҡ гәрсис үҫкән ваҡытта ергә файҙа килтерә. Мәҫәлән, иремәгән минерал­дарҙы тамырҙарға үҙләштереүҙе еңелләштерә, ерҙе йомшарта һәм һауа алмашыныуына йоғонто яһай. Сүп үләнен ҡыҫырыҡлай, үҫергә ирек бирмәй. Ямғырлы көндәрҙә туҡлыҡлы матдәләргә йыуылып китергә мөм­кинлек бирмәй. Ауырыуҙарҙың бар­лыҡҡа килеүен тотҡарлай. Ҡаты ҡорт һәм лайлалы ҡусҡарҙарҙың йоморт­ҡаларын кәметә, – тип һөйләй Светлана.

Ысынлап та, ябай ғына гәрсис күпме файҙа килтерә икән! Светлана гәрсисте ике тапҡыр сәсергә кәңәш итә: иртә яҙҙан, ҡар ирегәс һәм уңышты йыйып алғас. Был сидерат ерҙең әсеһенә лә, балсыҡлыһына ла, ҡомлоһона ла һәйбәт килешә.

Түтәлдәрҙе ҡаҙғас, уны ҡул менән генә һирпеп сәсеп, өҫтөнә һыу һибергә кәрәк.
Читайте нас