Баҡса
29 Сентябрь 2020, 06:35

Картуф – өҫтәлебеҙҙә төп аҙыҡ

Яҡшы уңыш алам тиһәң, тырышырға тура килә.

Иҫләйһегеҙме студент саҡтарҙа колхоздарға сығып бер-ике ай самаһы картуф алған күңелле саҡтарҙы? Баҫыуҙар ҙур, ылау-ылау картуф алына ине. Уңышы ла мул булды. Шәхси ихаталарҙа ла картуфты күп үҫтерҙеләр. Ул саҡта һуғыш ауырлығын үҙ иңендә татыған быуын картуфтың аслыҡтан ҡотҡарыуын һәйбәт белә ине. 90-сы йылдарҙа илдә көрсөк башланып, магазин кәштәләре бушап ҡалғас та, ошо картуфты хужабикәләр төрләндереп бешереп, юҡлыҡты балаларға күрһәтмәҫкә тырышып үткәреп ебәрҙе.



“Картуф уңмай!” тиҙәр...


Һуңғы йылдарҙа иһә республикала ғына түгел, бөтөн илдә картуф майҙандары кәмене. Ауыл хужалығы предприятиелары, “икенсе икмәк”те үҫтереү ҡыйбатҡа төшә, махсус техника етмәй, йәшелсә һаҡлау баҙҙары иҫкерҙе, тип һылтанды. Шәхси ихаталарҙа иһә хужалар, картуф ваҡланды, уңыш юҡ, тине. Ә баҙарҙа ситтән, хатта Мысырҙан килтерелгән картуфтың күләме артҡандан-артты.


Тәү ҡарамаҡҡа картуфты үҫтереү еңел кеүек: яҙын бер көрәк тәрәнлеккә сәстең, йәй уртаһында сүбен утап кәтмәнләнең дә, көҙ еткәс – алдың. Баҙға төшөрөп ҡуяһың да ҡыш буйы ашайһың. Шулай ҙа, ергә эйелмәһәң, рәхмәт әйтмәй ул. Картуф та ҡарауҙы ярата. Иң мөһиме – уның уңышы сорттың һәйбәт булыуына бәйле.


Әлеге мәлдә йыл һайын республикала 850 мең тонна картуф йыйыла. Иң эре етештереүселәр – Өфө районындағы “Алексеевка” совхозы, Күгәрсен районының “Тәүәкән” совхозы, Туймазы, Стәрле­тамаҡ, Шишмә, Мәләүез райондары хужалыҡтары.


Шәхси ихаталарға килгәндә, һуңғы йылдарҙа ауыл халҡынан бер фекерҙе йыш ишетергә тура килә: “Картуфты әҙ ултыртабыҙ. Һуңғы йылдарҙа уңмай”. Ысынлап та, халыҡ бөгөн картуфты, бынан 20 – 30 йыл элекке ваҡыт менән сағыш­тырғанда күпкә әҙерәк ашай. Был тәбиғи: бөгөн магазин кәштәләрендә башҡа аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Хатта ҡыяр-помидор кеүек йәшелсәне йәнең теләгән ваҡытта, йәғни йыл әйләнәһенә һатып алыу мөмкинлеге булғас, башҡа йәшелсә, еләк-емеш тулып ятҡас, картуф саҡ ҡына ситтәрәк тороп ҡалалыр. Әммә картуфтың уңмауына килгәндә, белгестәр бының сәбәбен аныҡ аңлата. Мәҫәлән, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡорт­остан буйынса филиалының һынау лабораторияһы мөдире Елена Кәримова билдәләүенсә, йыл да бер урынға картуф сәсеү, сорттарҙы алмаштырмау ошондай һөҙөмтәгә килтерә.

– Тәү сиратта ерҙе һауыҡтырыу өҫтөндә эшләр­гә кәрәк. Сидераттар ултыртыу, ашламалар инде­реү мөһим. Иң яҡшыһы – ерҙе лаборатория шарттарында тикшертеп алыу. Артабан инде картуфтың сортын алыштырыу. Орлоҡ бүлбеләрен бары тик ыша­ныслы етештереүсенән алһағыҙ, биш-алты йыл­ға үҙегеҙҙе һау һәм яҡшы уңыш биргән картуф менән тәьмин итәсәкһегеҙ, – тип кәңәш бирә белгес.


Һатып алыусының ихтыяжын иҫәпкә алырға кәрәк


Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре пандемия ваҡытында йәшелсәгә, айырыуса картуфҡа ҡытлыҡ кисерҙе. Дөйөм алғанда, был ауыр осор күп төбәктәргә йәшелсә, еләк-емеш үҫтереүҙе тергеҙергә кәрәклеген дәлилләне. Айырыуса, Амур өлкәһе пандемия осоронда картуфҡа ҡытлыҡ кисергәндән һуң, быйыл яҙҙан ике мең гектарҙан ашыу картуф сәсеп, тағы тишек кәмәгә ултырған. Тәү сиратта был һауа шарттарына бәйле. Картуфты ултыртҡас та, төбәктә эҫе көндәр башлана. Һауа температураһы 40 градусҡаса етә. Бүлбеләр ерҙә бер айҙан ашыу шытмай ята. Был картуфтың уңышына шаҡтай зыян килтерә.


Башҡортостанда был йәһәттән хәл башҡаса: картуфты һаҡларға урын бар, картуфсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтар ҙа етерлек. Был йәшелсәгә быйыл да ҡытлыҡ булмаясаҡ, сөнки республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уңыш һәйбәт. Сорттарҙы яңыртыуға ла төбәктә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы университеты, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡорт­остан буйынса филиалы, Башҡортостандың ғилми-тикшеренеү институты, бер нисә эре хужалыҡ сорттарҙы күбәйтеү, һауыҡтырыу, яңыларын индереү өҫтөндә уңышлы эшләй. Дәүләт реестрына йәмғеһе 60-тан ашыу картуф сорты индерелгән. Әммә уларҙың ни бары бишәүһе генә киң ҡулланыуҙа. Бөгөн иһә картуфты һатып алыусыларҙың талабы ла бер ни тиклем үҙгәрҙе. Тәү сиратта күмәртәләп һатып алыусылар тураһында бер кәлимә һүҙ. Магазин кәштә­ләрендәге ярым фабрикаттарҙа картуф киң ҡулланыла. Иҙелеп барған, ҡарайған картуфты улар алмаясаҡ. Тимәк, уларға оҙонса, эсе һары, ярмаланмаған һәм турағандан һуң формаһын һаҡлаған сорттар кәрәк.


Тик шуларҙан ғына өсмөйөш, ваҡ бәлештәр матур һәм тәмле килеп сығасаҡ. Ә бына балаларҙы туҡландырыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың талабы бөтөнләй икенсе. Иҙелгән картуфты балалар баҡсаһында ла, мәктәптәрҙә лә яратып ашайҙар. Был аҙыҡты бешерер өсөн ашнаҡсы­ларға ярмаланып торған, һарғылт төҫлө картуф кәрәк. Билдәле сауҙа ойошмаларына чипсы һәм фри-картуф өсөн дә картуфтың айырым сорты талап ителә. Ул оҙонса һәм усҡа һыймалы булырға тейеш. Бындай картуфты таҙартыуы уңайлы. Ҙур күләмдәр менән эшләгән ойошмаларға был иң мөһиме.


Ябай хужабикәләргә ниндәй картуф кәрәк һуң? Ауыл халҡы, билдәле, картуфын алып баҙға тултыра ла ҡыш буйы рәхәтләнә. Ә ҡалала йәшәүсе хужабикәләрҙең баҙы юҡ. Улар хәҙер кибеттәрҙәге 5–10 килограмлы тоҡтарға йыуып тултырылған картуфҡа өҫтөнлөк бирә.


Шулай итеп, картуфсылыҡ менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы предприятиеларына заман менән бергә атлап, һатып алыусының ихтыяжын иҫәпкә алып эшләргә лә кәрәк.
Читайте нас