Баҡса
29 Сентябрь 2020, 06:37

“Һәйбәт картуф йоҙроҡтан ҙурыраҡ булырға тейеш”

Уҡыусыларыбыҙ көҙгө мул уңышты йыйып ҡыуана, беҙгә фотоларын ебәрә, серҙәре менән уртаҡлаша. Мәҫәлән, күптәнге дуҫыбыҙ, биология фәндәре кандидаты Динара Ғарифуллина “Башҡортостан” гәзите биттәрендә картуф үҫтереү, баҡса серҙәре тураһында мәҡәләләре менән даими сығыш яһаны. Бөгөн иһә Ғарифуллиндар картуф йыйып алған. Уңыштың муллығына хайран ҡалып, Динара Вәкил ҡыҙы фотолар һалған.

– Дүрт сутый ерҙән 220 биҙрә картуф йыйып алдыҡ! Былтыр Чебоксар ҡалаһында “Картуф көнө”ндә ҡатнашҡайным. Шунда картуфтың “Колетта” һәм “Колумбо” исемле яңы сорттарын һатып алдым. “Амур” һәм “Импала” – Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы үҫтергән вирусһыҙ картуф. Баҡсабыҙ Благовар районында урынлашҡан. Әлбиттә, ҡара ер, тиреҫ менән һәйбәт эшкәртелгән. Йыл да картуфты ҡаҙып алғас, сидераттар ултыртабыҙ, ашламалар индерәбеҙ. Картуфҡа һыу һипмәнек. Химияны мөмкин тиклем әҙерәк ҡулланырға тырышабыҙ. Хатта колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ла дарыуҙар һипмәйбеҙ, – ти Динара Вәкил ҡыҙы.

Ғарифуллиндар 17 биҙрә орлоҡ сәскән. 220 биҙрәнең 208-е баҙға инеп ятҡан. Динара Ғарифуллина әйтеүенсә, эре картуф үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйырға кәрәкмәй, сөнки унда крахмал күп була. Ғәҙәттә, уның эсендә бушлыҡ барлыҡҡа килә.

– Иң һәйбәте – бүлбеләрҙең бер тигеҙ, йоҙроҡ ҙурлығында булыуы. Һәйбәт картуф үҫтереүҙең сере – биш йыл һайын орлоҡто алыштырыу. Уны мотлаҡ рәүештә етештереүселәрҙән алырға кәрәк. Күрше менән картуф орлоғо алмашҡан осраҡта, бары тик сирҙәр менән үҙ-ара уртаҡлашыуығыҙ хаҡында белеп ҡуйығыҙ, – ти ул.

Читайте нас