Баҡса
30 Сентябрь 2020, 15:30

Бәшмәкте нисек тоҙлайһығыҙ?

Уңған баҡсасы-хужабикәләргә сираттағы рецепты тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Уңған баҡсасы-хужабикәләргә сираттағы рецепты тәҡдим итәбеҙ. Табындарығыҙ мул, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!
Ярты килограмм шампиньон, 7 грамм һарымһаҡ, 50 миллилитр һеркә, 50 миллилитр зәйтүн майы, ¼ стакан һыу, 4-5 лавр япрағы, тоҙ, борос, әнис кәрәк.
Тәүҙә бәшмәктәрҙе һәйбәтләп йыуып, эреләрен уртаға бүләбеҙ. Һарымһаҡты ваҡлайбыҙ. Шунан майлы табаға бәшмәктәрҙе, һарымһаҡты һалабыҙ. Тоҙ, борос, лавр япрағы, һыу, һеркә өҫтәп, талғын утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметеп, тағы ла биш минут тирәһе быҡтырабыҙ.
Әҙер бәшмәктәр һыуығас, туралған йәшел әнис һибеп, банкаға тултырып, дүрт сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас