Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
30 Сентябрь 2020, 20:00

Емеш ағастарын йоҡоға ебәрәйек

Киләһе йылдың уңышы - баҡсаны, айырыуса емеш ағастарын ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләүебеҙгә бәйле

Киләһе йылдың уңышына быйыл нигеҙ һалабыҙ. Ә киләһе йылдың уңышы - баҡсаны, айырыуса емеш ағастарын ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләүебеҙгә бәйле. Яҙғыһын ағастарға зыян итерҙәй бөжәктәргә ҡышларға китергә бирмәй, улар менән бөгөндән көрәшергә кәрәк. Ағастарҙы ҡасан эшкәртергә? Уларҙы һаҡлау өсөн тағы ниндәй саралар күрергә? Был һорауҙарға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге агрономы Айһылыу Камалетдинова яуап бирер.
  • Әле баҡсала ағастарҙы инсектицидтар һәм фунгицидтар менән эшкәртеү иң ҡулайлы мәл. Ағас төптәрен ярты көрәкте батырып ҡына ҡаҙып сығырға кәрәк, ашламалар индерергә, сысҡандарға ҡаршы дарыу һалырға була. Ағастар һарғая башлап, ҡойолғанға тиклем уларҙы эшкәртергә кәңәш итәм. Дарыу күп булды тип хафаланмағыҙ. Ҡойолоп өлгөргән япраҡтарға ла дарыу һибегеҙ. Улар ерҙә йәшеренгән бөжәктәрҙән ҡотолорға ярҙам итер. Фосфорлы һәм калий ҡушылған махсус ашламалар индерергә кәрәк. Ағас олондарын шпатель менән таҙартып сығығыҙ ҙа, шаллап ҡуйығыҙ. Йәш ағастарҙың олонон махсус материал менән ҡапларға була. Кипкән, йә эскә ҡарай үҫкән ботаҡтарҙы киҫегеҙ. Баҡсала төрлө бөжәктәргә йәшеренеү мөмкинлеге биргән сүпте сығарып түгергә кәрәк. Яҙғыһын, улар уяныу менән ағастарға зыян килтерәсәк, - тип кәңәштәрен бирә Айһылыу.
  • Ә бына ағастарҙы эшкәртеү өсөн ниндәй дарыуҙар ҡулланырға икәнлеген агроном аныҡ ҡына әйтмәне.
    • Бөгөн магазин кәштәләрендә төрлө препараттар етәрлек. Уларҙы махсус магазиндарҙан алырға кәңәш итәм. Ундағы һатыусылар ағастарҙың күләмен, төрөн һорашып, кәрәкле дарыуҙы һайларға ярҙам итер, - тине белгес.
    • фото: glav-dacha.ru
      Читайте нас в