Баймаҡ районының Күсей ауылынан Яңылбикә Ишбирҙинаны яҡташтары уңған баҡсасы булараҡ яҡшы белә. Уның өйөндә генә лә 100-ләп гөл үҫә, баҡсаһындағы сәскәләренең иһә иҫәбе-һаны юҡ! Ә йәшелсә-емештәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Быйыл Яңылбикә Зәйнәғәбдин ҡыҙы 80 төптән ашыу помидор ултыртҡан, улары мул уңыш биргән. Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй, шулай уҡ виноград емеше лә хужаһын ҡыуандырған.
Атанғол ауылы ҡыҙы Күсей егете Салауатҡа кейәүгә сыҡҡас, “Ирәндек” совхозының Күсей бүлексәһендә 38 йылдан ашыу бухгалтер булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, сәскә, баҡса үҫтереү менән шөғөлләнә башлай. Күңел тыныслығы биргән шөғөлдө ул ҙур ихласлыҡ менән башҡара. Йортоноң тәҙрә төптәрендә ниндәй генә гөлдәр юҡ: береһенән-береһе сағыуыраҡ һәм матурыраҡ. Әйткәндәй, уның был күркәм шөғөлө күршеләренә лә күскән. Ауылдың ошо урамында йәшәүселәр бер-береһенә сәй эсергә түгел, гөл күрергә йөрөй. Береһендә булмағанын икенсеһе ала, кемдер үҙенекен тәҡдим итә. Уңғандары, гөл үрсетмәләрен айырым ултыртып, һатыуға ла тәҡдим итә. Бер юлы үҙенә табыш та ала, матурлыҡ та өләшә.
– Мин йыл һайын ҡабаҡты күпләп үҫтерәм, сөнки шәкәр сиренән ярҙамы бик ҙур. Ҡыш буйы рәхәтләнеп ҡулланам, орлоғон да ташламайым, уны киптереп ашайбыҙ. Ҡабаҡтан ҡайнатма, һут әҙерләйем, бутҡа бешерәм. Балалар мантыһын да яратып ашай, улар килеүгә һәр саҡ әҙерләп ҡуям, – ти Яңылбикә Ишбирҙина.
Яңғыҙ донъя көтөүенә ҡарамаҫтан, уңған хужабикә, баҡса үҫтереүҙән тыш, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, мал-тыуар, йылҡы тота. Ситтә йәшәгән балалары әсәләренә һәр саҡ ярҙамлаша.