Ҡабаҡ ҡайнатмаһы өсөн бер килограмм ҡабаҡ, бер лимон, ике әфлисун һәм 800 грамм шәкәр кәрәк.
Таҙартылған ҡабаҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Лимондың төштәрен алып ташлайбыҙ ҙа ҡабығы менән бергә турайбыҙ. Әфлисунды шулай уҡ төштәренән һәм ҡабығынан таҙартып турарға. Шәкәр һалырға ла төнгөлөккә шул килеш ҡалдырырға. Иртәгәһенә утҡа ҡуябыҙ һәм ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Яҡынса 30-40 минут ваҡыт китә. Теләгегеҙ булһа, блендер менән ваҡлап, тағы бер тапҡыр бешереп алырға мөмкин.
Стерилләнгән банкаларға эҫе килеш һалығыҙ ҙа тимер ҡапҡас ябығыҙ. Баштүбән әйләндереп, өҫтөн йылы әйбер менән ҡаплап, шул көйө бер-ике көн торғандан һуң, тәғәйен урынға ҡуйығыҙ.
Шулай уҡ ҡабаҡ ҡайнатмаһына бер аҙ манный ярмаһы йәки үткәрелгән эремсек ҡушып, бәлештең эслеге өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Бик тәмле килеп сыға.