Баҡса
2 Октябрь 2020, 06:50

Табынға – тәмлекәс

Тултырылған ҡабаҡты әҙерләү өсөн күп ваҡыт сарыф ителмәй.

Тултырылған ҡабаҡты әҙерләү өсөн күп ваҡыт сарыф ителмәй.


Кәрәк: ике йәш ҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, бер стакан дөгө ярмаһы, бер баш һуған, ике помидор (ике ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), ике ҡалаҡ ҡаймаҡ, бер-ике ҡалаҡ он, бер стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.
Әҙерләү: һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунан үткәрелгән ит ҡушабыҙ. Бүрттерелгән дөгө ярмаһы өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ, борос өҫтәп болғатабыҙ.
Эслек әҙерләнгәнсе ҡабаҡты биш-алты сантиметр ҡалынлығында турайбыҙ. Төбөндә бер сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ. Ян-яҡлап тоҙ менән ышҡып сығабыҙ. Ҡабаҡтан килеп сыҡҡан “һауыт”тарға эслек тултырабыҙ.

Помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ.
Тултырылған ҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡойоп, 180–200 градус эҫелектәге мейескә ҡуябыҙ. 30-40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер.
Читайте нас