Быйылғы көҙ үҙенең муллығы һәм йомартлығы менән ҡыуандыра. Баҡсаларҙа әле булһа сәскәләр төрлө төҫтә балҡып ултыра, түтәлдәрҙә йәшелсә емерелеп уңды, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, картуф – барыһынан да баҙҙар тулды. Хатта күптәр йәшелсәһен, еләк-емешен ҡайҙа илтергә, кемгә бирергә белмәй баш вата.
Һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлеге була. Ә бына Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында халыҡ күпләп ҡабаҡ сәсеп дан тота. Бында уңыш йыйып алынғас, йыл һайын “Ҡабаҡ байрамы” үткәрелә. Ауылдың уңған баҡсасылары үҙҙәре үҫтергән йәшелсәнән төрлө аш-һыу, ҡайнатма, һуттар әҙерләп алып сыға, иң ҙур һәм күп ҡабаҡ үҫтергән баҡсасы билдәләнә.
Быйыл иң ҙур һәм иң күп ҡабаҡты Рәмилә менән Фуат Илембәтовтар үҫтергән. Егәрле хужаларҙың баҙы йәшелсә, еләк-емеш менән тулған, келәттәренә һалыр урын да юҡ.
Йорт хужабикәһе Рәмилә ханым әйтеүенсә, улар йыл һайын ҡабаҡты күпләп ултырта. Ҡыш буйы үҙҙәре лә рәхәтләнеп ҡуллана, шулай уҡ ҡош-ҡорт һимертеү өсөн дә бынамын тигән ризыҡ, тиҙәр. Әйткәндәй, урман төбәгендә йәшәгән кешеләр ҡош-ҡортон, мал-тыуарын ем менән түгел, ҡабаҡ ашатып үҫтерә һәм ҡышҡылыҡҡа һимертә, сөнки был яҡтарҙа иген үҫтереү еңелдән түгел, хаҡы ла бик ҡиммәткә төшә.