Баҡса
9 Октябрь 2020, 18:39

Гөлдәрегеҙгә, үрсетмәләрегеҙгә яҡтылыҡ етәме?

Өй гөлдәренең күбеһе көньяҡтан килгән, шуға улар яҡтыға мохтаж. Йәшелсәләр ҙә яҡтылыҡ ярата, уларға 10 мең люкс, хатта 20–30 мең люкс яҡтылыҡ талап ителә.

Өй гөлдәренең күбеһе көньяҡтан килгән, шуға улар яҡтыға мохтаж. Йәшелсәләр ҙә яҡтылыҡ ярата, уларға 10 мең люкс, хатта 20–30 мең люкс яҡтылыҡ талап ителә.


Болотло йәйге көндөң яҡтыһы шул дәүмәлдә була. Ә ҡояшлы сыуаҡ көндә 150 мең люкс һәм унан да күберәк булып китә! Тик был тиклеме артығыраҡ, шуға тура ҡояш нурҙарынан үҫемлектәр, япраҡтарын ҡырын һалып, йәшенә башлай.
Өй эсендәге үҫемлектәргә бындай хәүеф янамай, киреһенсә, яҡтылыҡ етмәүҙән йонсоуҙары ихтимал. Шуға яһалма яҡтылыҡһыҙ булмай. Был осраҡта заманса һәм көслө фитояҡтыртҡыстар – диодлы ОЖЗ (“3 Урожай”, “5 Урожай”, “ФитоСпектр” һәм “ФитоСолнышко”) ярҙамға килер. Был ҡорамалдар оҙаҡ хеҙмәт итә, экономиялы, хәүефһеҙ, үҫемлектең теләһә ниндәй буйлыһына ла көйләнә ала.
Яҡтылыҡтың көсө генә түгел, оҙайлығы ла мөһим. Экватор тирәһендә тыуған үҫемлектәр көн менән төн оҙонлоғоноң бер сама булыуына күнеккән, шуға улар көҙөн-ҡышын беҙҙең тәҙрә төптәрендә әллә ни бирешмәй. Ләкин йәшелсә үҫентеләренең күбеһе кәм тигәндә 12 сәғәт буйы көслө яҡтылыҡҡа мохтаж. “Оҙон көн” үҫемлектәре тип йөрөтөлгәндәре яҡтылыҡты айырыуса күп талап итә, уларҙың сәскә атыуы өсөн дә тәүлегенә кәм тигәндә 14–16 сәғәт көн яҡтыһы кәрәк. Өйгә яңы үҫемлек алып ҡайтҡанда ошо талаптарҙы иҫтән сығармау мөһим.


Помидор, борос, баклажан кеүек күп йыллыҡ үҫемлектәр баҡсабыҙҙа бер йыллыҡ үҫемлек кеүек үҫтерелә. “Фитоспорин” серияһы препараттары ярҙамында улар ҡара көҙгә тиклем ултыра. Шунан уларҙы төп тупрағы менән ҡуша йәшниктәргә күсереп, өйгә кертергә була. Күсергәндә “КорнеСил” биопрепаратын һибәбеҙ (1:100 нисбәтендә һыуҙа иретеп). Тәүге ике көндә ярым күләгәле урында тотабыҙ, шунан яҡтыға ҡуябыҙ. Өҫтәмә яҡтылыҡ иртәле-кисле айырыуса кәрәк. Ҡыш еткән һайын оҙағыраҡ яҡтыртыла, шәм тәүлегенә өҙлөкһөҙ 14–16 сәғәт буйы янып тора. Күсергәндән һуң ике аҙнанан үҫемлектәргә органик-минераль ашламаларҙан (мәҫәлән, “Богатый Овощи” йә “Гуми-Оми” серияһынан) өҫтәмә туҡланыу бирелә, уларҙы артабан ике аҙна һайын ҡулланырға кәрәк була.
Тыштан өйгә индерелгән үҫемлектәр баҡса ҡоротҡостарын да эйәртеүе ихтимал. Айырыуса күҙгә салынып бармай торған кеблә, аҡ ҡанатлы көйә, трипс һәм аулы талпан тиҙ үрсей. Был ҡоротҡостар бөтә нәмәне ашай, шуға гөлдәргә лә күсергә мөмкин. Үҫемлектәрҙе көсһөҙләндерәләр, хатта һәләк итәләр. Тыштан индерелгән үҫемлектәрҙе берәр аҙна карантинда тотоп алығыҙ, “Кыш-Вредитель” дегет һабыны иретмәһе менән эшкәртегеҙ.
2020 йылдың сентябрендә “БашИнком” предприятиеһы “Тәбиғи биотехнологияларҙы ҡулланыу буйынса 10000 ғәжәп һынау” тигән күләмле проектты башлап ебәрҙе. Уның маҡсаты – үҫемлектәрҙе “Гуми”, “Фитоспорин”, “33 Богатыря” һәм “Кормилица Микориза” биопрепараттарын ҡулланып үҫтереү технологияһын таратыу. Унда ойошмабыҙ хеҙмәткәрҙәре лә, башҡа тикшеренеүселәр ҙә, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа, белгестәр ҙә, яңы башлаусылар ҙа ҡатнаша ала. Дүрт биопрепарат осраҡлы һайлан­маған: улар бер-береһен тулыландыра, көсәйтә, юғары сифатлы уңышты икеләтә, хатта өсләтә күберәк алыу мөмкинлеген бирә! Тикшеренеүҙә 200 йәшелсә, еләк, бөртөклө, ҡуҙаҡлы, сәскә һәм декоратив үҫемлек ҡатнаша. Тәжрибә шарттарын ҡулайлаштырыу өсөн ОЖЗ яҡтыртҡыстары һәм баланслы туҡландырылған “Земля-Матушка” тупрағы ҡулланыла. Быға тиклем үткәрелгән һынауҙарҙың һөҙөмтәләре иҫ киткес шәп! “Гуми”, “Фитоспорин”, “33 Богатыря” һәм “Кормилица Микориза” биопрепараттарының үҫемлек­тәргә бик яҡшы йоғонтоһо тураһында илебеҙҙең генә түгел, башҡа яҡтарҙың да һәр кешеһе белергә тейеш. “Тәбиғи биотехнологияларҙы ҡулланыу буйынса 10000 ғәжәп һынау” проектына ҡушылығыҙ, биопрепараттарҙың көсөн үҙегеҙ күрегеҙ.
Читайте нас