Баҡса
13 Ноябрь 2020, 16:41

Үҫтергәнде һаҡлай бел

Быйылғы баҡса миҙгеле тамамланды. Уңышты йыйып алдыҡ. Күптәр йәшелсә менән емеш-еләкте йылдар буйы һыналған төрлө ысулдар ярҙамында һаҡларға һалды, ҡайһы берҙәр салат-консервалар әҙерләне.

Быйылғы баҡса миҙгеле тамамланды. Уңышты йыйып алдыҡ. Күптәр йәшелсә менән емеш-еләкте йылдар буйы һыналған төрлө ысулдар ярҙамында һаҡларға һалды, ҡайһы берҙәр салат-консервалар әҙерләне. Туңдырғыстарын шыпа тултырып ҡуйғандар ҙа күп арабыҙҙа. Тик ҡайһы берәүҙәр йәшелсәне нисек дөрөҫ һаҡларға икәнлеген белмәгәнлектән, уны йыл һайын боҙа. Был йәһәттән даими авторыбыҙ, оҫта баҡсасы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА ярҙамға килеп, тәжрибә уртаҡлашты.


Итекһеҙ итекселәр...


– Башта бер ғибрәтле хәл һөй­ләп китәйем әле, – тип башланы һүҙен Зөһрә апай. – Татарстанда йәшәгән күренекле яҡташыбыҙ Ғәлимйән Ғилмановтың “Баҡсасы” тигән парсаһы бар. Унда ике йөҙләп баҡса биләмәһе булған кооперативтағы кешеләрҙең һәр береһендә күп мәртәбә йөрөп сыҡ­ҡан Таһир исемле ҡарт тураһында һөйләнелә. Яҙғы йылы көндәр ки­леү менән, баҡсала сәсеү эштәре башланыуға, кешеләр уға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә икән. Был ҡарттың белмәгәне юҡ: ниндәй орлоҡ һайларға, нисек сә­сергә, ҡасан ултыртырға – бары­һын да тәфсирләп аңлатып бирә, хатта үҙе түтәлгә орлоҡтарҙы һибеп тә күрһәтә. Ә инде уның ҡулы тейһә – мул уңыш алырыңды көт тә тор.
Бер мәлде әҙиптең дә Таһир ҡартҡа һорауҙары килеп тыуа. Ни сәбәптәндер орлоҡтары йүнләп шытып үҫеп китә алмай – шуның сәбәптәрен асыҡлағыһы килә.
Ул йәшәгән йорт янына килеп, ҡапҡаһын асып инһә, өйөндә ҙур йоҙаҡ элеүле торғанын күрә. Хужаның юҡлығын белгәс, кире боролоп сыға башлағанда, баҡса еренә күҙ ташларға итә. Әммә баҡсасылыҡ оҫталығы менән кооператив кешеләрен шаҡ ҡатырған ҡарттың ерендә бер емеш ағасы ла, бер ҡыуаҡлыҡ та күрмәй аптырап ҡала. Бөтә майҙанды тултырып хәтфә үлән сәскән икән ул.
...Был хикәйәнең ҡыҫҡаса йөк­мәткеһен һөйләүемдең ғилләһе шунда: баҡсасылыҡ буйынса ҡай­һы бер кәңәштәремде уҡыусы­ларға еткереүҙән мин дә үҙемә ҡарата әйтеләсәк ҡайһы бер тән­ҡит һүҙҙәренән азат булмаяса­ғымды алдан уҡ һиҙеп торам. “Үҙең нимә үҫтерәһең һуң?” тип әйтеүселәр табылыр. Эйе, беҙ, иптәшем Нияз Мәһәҙиев менән, баҡсала картуф сәсеп, ҡуңыҙ сүпләп йөрөйһө урынға бөтә ерҙә еләк-емеш ағастары, сәскәләр генә үҫтереүҙе хуп күрҙек.
Элегерәк, Азамат улыбыҙ бәләкәй саҡта, өс литрлыҡ 52 банка компот ҡайнатҡаным иҫтә. Хәҙер аптырайым: уларҙы ҡайҙа ҡуйып һаҡлағанбыҙ икән? Ни өсөн 52 банка икәнен бынан бер нисә йыл элек кенә баҡсасы ҡатын ауыҙынан ишетеп аптырағайным. Ул: “Аҙна һайын мунсанан һуң эсергә тип 56 компот яһаным”, – тигәйне. Баҡһаң, бер йылда 52 аҙна икән дә. Ә мин ул хаҡта уйламай ғына эшләгәнмен, имеш. Беҙ ни, ҡасан теләһәк, шунда аса ла эсә инек.
Бына һеҙгә бер аҡыл: йыйған емештәрегеҙҙән мунсанан сыҡҡан һайын эсергә 52 банка компот әҙерләп ҡуйығыҙ. Әле йыйған йәшелсә, еләк-емеште һаҡлау – баҡсасы­лар­ҙың көнүҙәк мәсьә­ләһе. Иптә­шем Нияз менән Баш­ҡортостан юлдаш телевидение­һында ике йыл дауамында “Бай баҡса” тапшырыуын алып барған осорҙа республикабыҙҙың бик күп баҡса­сылары менән аралашырға насип булды, уларҙың ҡыҙыҡлы тәжри­бәләрен телевизор ҡарау­сыларға ла еткерҙек, шуға күрә әҙме-күпме һөйләр һүҙҙәр ҙә, кәңәш-тәҡ­димдәр ҙә етерлек.


Картуф, кәбеҫтә...


Шулай итеп, бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталып китәйек. Үҫтергән уңышты әрәм-шәрәм итмәй, боҙмай нисек оҙағыраҡ һаҡларға?
Картуфты ауыл кешеләренә нисек һаҡларға өйрәтәһе түгел. Мотлаҡ ныҡ итеп киптереп, еллә­теп, сорттарға айырып, вағын орлоҡҡа ҡалдырып, мөгәрәпкә, өй баҙына һала уңған хужалар. Ә ҡала кешеләре бер ни тиклем картуфты фатирҙарында ла һаҡлай ала. Бының өсөн һалҡынсараҡ ҡараңғы урынды һайларға кәрәк. Иң уңайлыһы – ағас йәшниктәр. Картуфҡа яҡтылыҡ төшөргә тейеш түгел. Хәҙер күп хужалар ҡала фатирҙарында балкон, лоджияларын да йылытып алған, ундай урында картуф ҡыш һәйбәт һаҡлана.
Кемдәрҙең ундай мөмкинлеге юҡ, уңышты баҡсала күмеп ҡал­дырырға мөмкин. Ҡырмыҫҡалы районының Шәрип ауылында бер ғаилә шундай ысулды һөйләгәйне. Ҡайһы бер ерҙә тәрән итеп мөгәрәп ҡаҙып булмай, һыу сыға, шуға күрә баҡса ерендә бер метр тирәһендәге тәрәнлектә соҡор ҡаҙып, аҫтына, тирә-яғына һалам түшәп, картуфтарын шунда күмеп ҡалдыралар. Өҫтән дә ҡалын ғына итеп һалам ябалар. Өҫтән өсмө­йөшләп таҡталар менән ҡыуыш яһап ҡуялар. Һәйбәт һаҡлана, тиҙәр.
Кәбеҫтәне һәйбәт һаҡлау ысулы хаҡында тәүге тапҡыр мин “Йән­шишмә” гәзитенең баш мөхәр­рире, күренекле шағир Сафуан Әлибаевтан ишеткәйнем. Һәр кә­беҫтәне гәзиткә төрөп, күсәне тирәһендә бәйләп, шул бауҙан мөгәрәп түбәһендәге сөйҙәргә элеп сығалар икән. Улар бер-береһенә теймәҫкә тейеш, шуға күрә ара ҡалдырырға кәрәк. Сафуан ағайҙың: “Боҙолмай ҙа, кипмәй ҙә, яҙға тиклем һәйбәт һаҡлана”, – тигәне хәтерҙә. Кизе-мамыҡ туҡымаларға урап баҙ кәштәләрендә лә һаҡларға мөм­кин. Сепрәккә төрмәһәң, баҙҙағы дымлы һауа кәбеҫтәгә боҙолоуға юл ҡуя.
Тоҙлап, маринадлап, төрлө салаттар яһап ҡуйыуҙы уңған хужабикәләргә өйрәтәһе түгел. Интернет тулы төрлө рецепт.

Кишер, ҡыяр, ҡабаҡ...


Кишер, сөгөлдөр, шалҡан, петрушка кеүек йәшелсәне сортына ҡарап йәй башында йә урта­һын­да, хатта сентябрҙең аҙаҡтарында ла ҡаҙып алырға мөмкин. Тик ҡоро көн генә булһын. Һәйбәт һаҡлан­һын өсөн уларҙы елләтелгән, өҫтө ябылған асыҡ һарайҙа дүрт көн дауамында тотоп алырға кәрәк. Был ваҡытта йәшелсәнең ҡабығы кибеп ҡата. Ә инде дүрт көндән дә артығыраҡ тотһаң, тамыр­аҙыҡтарҙың йомшарыуы ихтимал. Баҙға йәшниктәргә һалғас, өҫ­тәренә ҡом һибеп ҡуйһаң, һәйбәт һаҡлана.
Ҡыярҙы хужабикәләр был ваҡытҡа тиклем тоҙлап та, салаттар яһап та эшкәртеп бөткән була, тиһәң дә ярай, ләкин сентябрҙә лә өлгөргән ҡыярҙар бар. Уларҙы оҙағыраҡ һаҡлау өсөн һалҡын һыу һалынған биҙрәлә тоторға кәрәк. Бында ҡыяр ике аҙна дауамында тора ала.
Хәҙер туңдырғыстарҙа ла бөтә йәшелсә, еләк-емеште һаҡларға мөм­кин. Хатта ҡыярҙы ла ҡырғыс­тан үткәреп, махсус тоҡсайҙарға, һауыттарға һалып ҡуйыусылар бар. Ә бына ташҡабаҡты өй шарттарында ла яңы йылға тиклем һаҡларға мөмкин. Тик кәрзингә теҙеп һалып, һалҡынсараҡ урынға ҡуйырға кәрәк.
Ҡабаҡ иһә яҙғаса бирешмәй. Тик бәрелгән-һуғылған ере бул­маҫ­ҡа тейеш. Ундай урындары сереүгә килтерә. Элек ауыл халҡы урындыҡ, карауат аҫтарында һаҡлай торғайны. Хәҙер бындай йыһаз булмағас, шкаф, мейес арттарында ята ала.

Борос, томат, баклажан кеүек йәшелсәне оҙаҡ һаҡлау мөмкин түгел, шуға уларҙан төрлө салат, ҡабымлыҡтар эшләү хәйерле. Ҡайһы бер гибрид сорттар өйҙә лә, баҙҙа ла бер ай тирәһе һаҡлана. Шунан да артыҡҡа сыҙамай, кибә, боҙола башлай.
Йәшел тәмләткестәрҙе туңдыр­ғыста һаҡлау уңайлы. Һыуытҡыста улар бер аҙна тирәһе генә һаҡлана. Порей-һуғанды йәшел һабаҡтарын ҡырҡмайынса пластик биҙрәләргә вертикаль рәүештә ҡуйып баҙҙа һаҡларға мөмкин.
Һуған менән һарымһаҡты һабаҡтарын, ҡыяҡтарын өҙмә­йенсә киптергәс, сәс үргән кеүек итеп бауға теҙеп ҡуйырға мөмкин. Уны хужабикәләрҙең ҡайһы берҙәре төрлө кипкән сәскәләрҙе лә ҡушып, әсе борос, лавр япрағы менән дә биҙәп, аш бүлмәләренә элеп ҡуя. Ризыҡ бешергәндә кәрәк тәмләткесте үрелеп кенә алырға ла мөмкин, үҙенә күрә интерьерҙы ла биҙәп тора. Һуған менән һа­рымһаҡты ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалғанда, тамырҙарынан таҙар­тырға кәрәк.
Хәҙергә бына шундай кәңәш-тәҡдимдәр. Бәлки, гәзит уҡыусы­лар үҫтергән уңыштарын нисек һаҡлауҙары тураһында үҙҙәре лә ҡыҙыҡлы тәжрибәләре менән ур­таҡ­лашыр. Йәй буйы тырышып үҫтергән йәшелсә-емештәрегеҙ ризығығыҙға яҙһын!
Читайте нас