Баҡса
13 Ноябрь 2020, 16:43

Ҡыҙыл ҡыяр

Быйыл миҙгел әйләнәһенә гәзит уҡыусыларҙы билдәле артис­тар, йырсылар, яҙыусылар һәм башҡа шәхестәр үҙенсәлекле һәм тәмле рецепт өлгөләре менән ҡыуандырып торҙо. Бөгөн һеҙгә сираттағы ҡыҙыҡлы рецепт тәҡдим итмәксебеҙ. Уны билдәле шағирә Лилиә Ҡәйепованан (Лилиә Һаҡмар) яҙып алдыҡ.

Быйыл миҙгел әйләнәһенә гәзит уҡыусыларҙы билдәле артис­тар, йырсылар, яҙыусылар һәм башҡа шәхестәр үҙенсәлекле һәм тәмле рецепт өлгөләре менән ҡыуандырып торҙо. Бөгөн һеҙгә сираттағы ҡыҙыҡлы рецепт тәҡдим итмәксебеҙ. Уны билдәле шағирә Лилиә Ҡәйепованан (Лилиә Һаҡмар) яҙып алдыҡ.


Ҡыярҙарҙың һары тышлылары ғына ҡалдымы? Уны күптәр яратмай һәм әрәм итә. Ә бына Лилиә Һаҡмар уларҙы ташламаҫҡа кәңәш бирә һәм, унан табынға ҡыҙыл ҡыяр әҙерләп, кешеләрҙе аптыратырға була, ти. Ҡыҙыл сөгөлдөр менән һары ҡыярҙан нисек ҡышҡылыҡҡа тәмләткес әҙерләргә була икән?


Кәрәк:

Тышы һары ҡыяр, бәләкәй сөгөлдөр, һарымһаҡ, маринадлау өсөн тәмләткестәр (борсаҡлы ҡара борос, ҡәнәфер, лавр япрағы, гәрсис, укроп орлоғо).


Маринад (1 литр һыуға):

ике аш ҡалағы тоҙ (өймәй генә); өс аш ҡалағы шәкәр; өс аш ҡалағы 9 процентлы уксус. Бер банкаға яҡынса ике литр маринад китә.


Эш барышы:

Сөгөлдөр менән ҡыярҙы бер иш күләмдә алырға. Сөгөлдөрҙө 10 минут ҡайнатырға ла ҡабығын әрсергә. Ҡыярҙы ла әрсеп, ҡайнар һыуға тығып алырға. Өс литрлыҡ банкаға сама менән 5 сөгөлдөр китә. Ҡалғаны – ҡыяр. Банкаларҙы тул­тырғас, өҫтөнә ҡайнар маринад ҡойорға. Өс минуттан маринадты кәстрүлгә ҡойоп, яңынан ҡайнатырға. Банкаға тәмләткестәр һалырға. Ә маринад әҙерләү һыуына тоҙ, шәкәр, уксус ҡушып ҡайнатырға. Аҙаҡ ҡайнар килеш банкаға ҡойоп, эҫе һыуҙа тотолған тимер ҡапҡас менән ябырға һәм баштүбән ҡуйырға. Өҫтөнә сепрәк ҡаплап, 4-5 сәғәт әйләндереп һыуытырға. Һыуыт­ҡыста йә баҙҙа һаҡларға.
Был ҡыяр менән сөгөлдөр төрлө турамаларға, борщҡа, гарнирға һәм былай ғына ашарға ла бик тәмле.
Читайте нас