“Тәбиғәт биотехнологияларын ҡулланыу буйынса ғәжәп 10 000 һынау” проекты сиктәрендә һеҙгә беренсе һынауҙың һөҙөмтәһен күрһәтәбеҙ. Унда һыналған салат уңышы алты тапҡырға артығыраҡ булды!
Һынау өсөн Рубин салаты алынды. Уны үҫтергәндә “Фитоспорин-М Рассада”, “Гуми-20”, “33 Богатыря” биопрепараттары файҙаланылды.
48 көндән йомғаҡ яһаныҡ. Был тиклемде ысынлап та көтмәгәйнек! Уңыш ғәҙәттәгенән 6 тапҡырға күбәйгән, үҫемлектәр 2,5 тапҡырға оҙонораҡ булған! Сенсация бит был!
Мөғжизәгә нимә сәбәпсе булды һуң?
Салат орлоҡтары, ғәҙәттәгесә, бик зарарланған ине, шыттырғанда уҡ һәләк булды. Әммә һынау контейнерында бының киреһе күҙәтелде. Унда Фитоспорин биофунгициды патогендарҙы ҡыйратты. Гуми үҫемлектәрҙең ҡеүәтләнеп үҫеп китеүен тәьмин итте, ә 33 Богатыря препараты менән бергә улар үҫемлектәрҙе туҡлыҡлы матдәләр, витаминдар, ферменттар, биологик әүҙем матдәләр менән мулдан тәьмин итте һәм тупраҡтағы патогендарҙан, ҡоротҡостарҙан һаҡланы.
Тәҙрә төбөндә йәшел тәмләткестәр үҫтерергә иренмәгеҙ. Беҙҙең менән бергә һынауҙар үткәрегеҙ, шул сағында беҙҙең технология нисек эшләгәнен үҙегеҙ күрерһегеҙ. Яҙ еткәс, баҡсасы күршеләрегеҙҙе уңыштарығыҙ менән шаҡ ҡатырығыҙ һәм уларға ла “йәшерен технология” тураһында һөйләгеҙ!