Баҡса
2 Апрель 2021, 12:53

Уңдырышлы тупраҡ әҙерләү серҙәре

Үрсетмәне һыуыҡҡа, эҫегә, көйҙөргөс ҡояш яҡтыһына алдан уҡ әҙерләргә, сыныҡтырырға кәрәк.

Үрсетмәне һыуыҡҡа, эҫегә, көйҙөргөс ҡояш яҡтыһына алдан уҡ әҙерләргә, сыныҡтырырға кәрәк.

Бының өсөн помидор, борос, баклажан үрсетмәләрен һауытында көйө бер нисә көнгә йылытмаға сығарып ҡуялар. Сығарыр алдынан стресҡа ҡаршы тәбиғи Гуми биопрепараты менән эшкәртеү ҡамасауламаҫ – 1 л һыуҙа 10 тамсы шыйыҡ препаратты иретеү етә.


Йылытмалағы тупраҡ тере булһын. Күптәр бының ни икәнен аңламай. Эш шунда: тупраҡтағы туҡлыҡлы матдәләрҙең күбеһе үҫемлектәр үҙләштерә алмай торған формала була. Файҙалы микроорганизмдар уларҙы эшкәртә һәм үҫемлектәр үҙләштерә алырлыҡ хәлгә килтерә. Сәләмәт тупраҡта был эшмәкәрлек туҡталмай. Ә ағыулы химикаттарҙы күпләп ҡулланып боҙолған ерҙә ул туҡтап ҡала. Ошо урында ярҙамға “33 Богатыря” тигән ҡеүәтле микропрепаратты алығыҙ. Препарат файҙалы тупраҡ бактерияһынан һәм бәшмәктәрҙән тора. Улар төрлө берләшмәләр составындағы фосфор, калий һәм башҡа элементтарҙы үҫемлектәр үҙләштерә алырлыҡ итеп эшкәртеп сығара. Хатта һауалағы азотты ла аулап алып бирәләр. Тотош бер ашлама заводы кеүек эшләп торалар.
Йылытма-бүлмәлә үрсетмәләр менән бер нисә төрлө тәжрибә үткәргәндә, “33 Богатыря”, “Борогум” һәм “Фитоспорин” биопрепараттарын 23 төрлө йәшел тәмләткес үҫтергәндә ҡулланғандар. Һөҙөмтәләр шаҡ ҡатырғыс булған: бәләкәс кенә микробтар шул тиклем күп ашлама эшләгән, хатта уңыш 1,5 – 2 тапҡырға артҡан, ә Рубин салаты 6 тапҡырға күберәк уңыш биргән.
“33 Богатыря” препараты 1кв. метрға 100–500 мл һибелә, ә “Кормилица Микориза”ны бер үрсетмә соҡорона 2 балғалаҡ һалып ҡалдырырға кәрәк.

Туҡлыҡлы ашламаларҙан серетмә менән тиреҫте бөтә тупраҡҡа һибеп сығырға була – 1 метрға 1 биҙрә етә. Шулай уҡ 1 кв. метрға 400 г “Бионекс” йә 1 кв. метрға 200 г “Куриный помет Настоящий” ашламаһы ла индерелһен. Улар тупраҡтың структураһын һәм туҡланыуын яҡшырта.
Өфө ғалимы, профессор, биология фәндәре докторы Валентин Трапезников үҫемлектәр өсөн уларҙың төбөнә ашлама һалып ҡалдырыуҙың бик һөҙөмтәле булыуын иҫбат иткән. Ә халыҡ быны электән белгән, шуға һәр төптөң соҡорона тиреҫ менән көл һалып ҡалдырыр булғандар. Шулай иткәндә, үҫемлектәр ашламаларҙағы тоҙҙарҙы үҙләштерә торған тамырҙар үрсетә икән.
Беҙҙә үҫемлектәр өсөн бик файҙалы “тәмләткестәр” бар. Мәҫәлән, органик-минераль ашламалар: “Гуми-Оми Томат, борос, баклажан” һәм “Гуми-Оми Огурец, ташҡабаҡ, ҡарбуз һы­маҡ­тар өсөн”. Ояға ни бары 1 аш ҡалағы ошо шәп ашламаны һалып ҡалдырырға, тик өҫтөнә бер аҙ тупраҡ һибеп ҡуйырға кәрәк – үҫемлектең тамырҙары уға туранан-тура тейеп тормаһын. Үҫемлек хәлде бик тиҙ аңлап алыр һәм туҡлыҡлы матдәләр яғы­на ҡарай үҙенең тоҙ үҙләштергес тамырҙарын һуҙып та ебәрер.
Помидор һабаҡта ян-яҡ тамырҙарын үҫтерергә әүәҫ, шулар ярҙамында төрлө ергә тамыр ебәрергә ярата. Шул сәбәптән помидор һабағын өҫтәмә тәрәнәйтеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Һабаҡ оҙон булып үҫеп китһә, уны ергә ятҡырып, яртыһына тиклем күмеп ҡуйыу – мотлаҡ ғәмәл. Һыуын еткерә һибеп торһа­ғыҙ, помидор төптәре ҡеүәтләнеп, үҫеп китер, мул уңыш бирер.
Борос һәм баклажанды ултыртҡанда үтә тәрән итеп күммәйҙәр, бер аҙ ғына күмеү ҙә етә. Һуңынан баклажандың һабағын 5 – 7 см бейеклеккә еткереп күмергә мөмкин булыр, ә бына боросто күмергә бөтөнләй ярамай – уның тамыр муйыны тигән ерен тупраҡ менән ҡаплатыу тыйыла.

Үрсетмәне күсереп ултыртҡанда ябай һыу урынына “КорнеСил” биопрепараты иретмәһе һипһәгеҙ, уға ерегеп китергә көс бирерһегеҙ. Уны тапмаһағыҙ, төрлө Гумиҙар йә Фитоспорин пастаһы ҡулланығыҙ. Пастанан тәүҙә ҡуйы иретмә яһайҙар, бының өсөн 1 өлөш препаратты 2 өлөш һыуҙа иретәләр, шунан һиптереү өсөн ошо иретмәне 1 аш ҡалағы алып 10 л һыуға болғаталар. Үрсетмәне күсергәндән һуң бер аҙна үткәс, көн бик эҫе булһа, алдараҡ, йылымыс ябай һыу һибәләр.
Читайте нас