Баҡса
4 Апрель 2021, 15:00

Әле ялғанған ағас тиҙ үҫеп китә

Апрель башы - алмағасҡа башҡа сорт үҫентеһен ялғау өсөн бик ҡулай ваҡыт.

Баҡсасылар өсөн мәшәҡәтле осор яҡынлаша: баҡсалар ҡарҙан әрселә башланы, тәҙрә төптәрендә йәм-йәшел үҫентеләр үҫә. Тәжрибәле баҡсасылар ҡар бөтөр-бөтмәҫтән баҡса эштәренә тотона, сөнки дымды һаҡлап ҡалыу кәрәк. Икенсенән, көҙҙән таҙартҡан ҡыуаҡтарҙың хәл-торошон тикшереү зарур, ҡышты имен сыға алмағандарын киҫергә мөмкин.
Апрель башы - алмағасҡа башҡа сорт үҫентеһен ялғау өсөн бик ҡулай ваҡыт, сөнки ул был осорҙа бик еңел үҫеп китә. Башҡа емеш-еләк ағастарына килгәндә, улар өсөн әле иртәрәк. Бөрөләр асылыр алдынан емеш-еләк ағастарын фитофторин менән эшкәртһәгеҙ, улар төрлө ауырыуҙарға бирешмәҫ.
Ер ҡарҙан асылғас, дымлы ергә ашлама булараҡ мунсанан алынған көлдө һибергә мөмкин. Әммә күп һибергә ярамай, бер квадрат метрға бер шырпы һауыты күләмендә генә.
Виктория еләген таҙартҡандан һуң төптәренә аммиак селитраһын һибегеҙ, тик япраҡтарына түгел, ә ергә генә. Ашламаны ҡулланғандан һуң, еләк төптәрен бәләкәй тырма менән йомшартып ебәрһәгеҙ, уңышығыҙ мул булыр.
Яҙ көнө ағастарға ла, емеш-еләктәргә лә тәрбиә һәм ашлама кәрәк булыуын онотмағыҙ, уларға ни тиклем яҡшыраҡ тәрбиә бирһәгеҙ, көҙ көнө мул уңыш алып ҡыуанырһығыҙ!
Фото:agronomu.com
Читайте нас