Күптәрегеҙ иғтибар иткәне барҙыр, әле күп йорттарҙың тәҙрә төптәрендә гөлдәр түгел, ә төрлө үҫентеләрҙең урын алыуы күренә. Уларҙың күбеһе ҙурайып йәиһә һарғайып ултыра. Уларҙы бүлмәлә үҫтергәндә йәш үҫентеләр яҡтылыҡҡа тартыла һәм улар бөгөлә. Һәйбәт үҫһен өсөн, үҫентеләр шытып сығыу менән йәшник эргәһенә көҙгө йәки цинк яғылған ҡалай ҡуйығыҙ.
Көҙгөнө тәҙрәгә ҡаратып урынлаштырырға кәрәк. Рассадаға яҡтылыҡ һәйбәт төшәсәк, хатта йәшниктәрҙе тәҙрә төбөнә түгел, уның эргәһенә ҡуйылған өҫтәлгә лә ултыртырға була.