Баҡса эштәре башлана. Помидор, ҡыяр үҫентеләрен теплицаға сығарабыҙ. Мул уңыш алыр өсөн бор менән туҡландырыу хаҡында беләһегеҙме?
Бор етмәһә, үҫемлектәрҙең буйға үҫкес остары, тамырҙары, үренделәре һәләк була. Сәскәләнеүгә зыян килә, шуға уңыш кәмей, йәшелсә-емештә аҡһым, витаминдар, углевод (крахмал, шәкәр) миҡдары кәмей, йәшелсә өлгөрөү мөҙҙәте оҙая.
Бор ҡытлығынан тамыраҙыҡтың үҙәге серей, алмала, армытта, сейәлә ҡабыҡ кеүек таптар яһала, уртаһы көрәнәйә, виноград еләге әскелтләнә. Емештәр ғәрипләнә, бөкө кеүек кәүшәк ерҙәре барлыҡҡа килә. Күҙәнәктең стеналары йоҡара, шунлыҡтан ҡоролоҡҡа, ауырыуҙарға бирешеүсәнлек арта, йәшелсә-емеште ҡыш һаҡлау ҡыйынлаша.
Сәскәгә бөрөләнгән, емшән ебәргән, һабаҡ үҫтергән саҡта үҫемлек борҙы күп тотона, шунлыҡтан тамыр ҡорой йә үҫеүҙән туҡтай. Бор тамырҙың әүҙемлеген арттырып, тупраҡтан фосфор ғына түгел, азот, калий һәм башҡа микроэлементтарҙың, углеводтарҙың, гормондарҙың үҫемлеккә үтеүен тәьмин итә. Әммә башҡа элементтарҙан айырмалы, бор ҡартайған ағзаларҙан йәштәренә күсмәй, шуға тамыр йә япраҡтар аша даими килеп торорға тейеш.
Сәскәгә бөрөләнә башлаған культураларҙы бор менән ашлау зарур. Эзбизләнгән, карбонатлы, әсе, татырлы тупраҡта тупраҡ ярлылана. Эзбиз борҙы үҫемлек үҙләштерә алмай торған формаға индерә. Тупраҡ уңдырышлы булған хәлдә лә, ямғырҙар, һыу һибеү борҙы тамырҙың буйы етмәҫ ҡатламдарға йыуып төшөрә.
Борлы ашламаларҙан “Борогум” препараты айырым урын биләй. Унда бор гуматтар менән бәйләнгән. Гуматтар туҡлыҡлы элементтарҙы үҫемлек күҙәнәктәренә үткәрә. Беҙҙең күп йыллыҡ тәжрибәләр “Борогум”дың тамырҙы көслөләндереүен, помидорҙың һәм ҡыярҙың сәскәләре, емшәндәре ҡойолоуын кәметеүен, тамыраҙыҡтарҙа һәм йәшелсә-емештә шәкәрҙе арттырыуын раҫланы.