Алмағастар һәйбәт уңыш бирһен өсөн уларҙы яҙғыһын туҡландырып алырға кәрәк. Быны нисек эшләргә? Ниндәй ашламалар һайларға? Был һорауға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге белгесе Фирҙәүес Аҫылбаева яуап бирә:
- Әлеге мәлдә алма һәм груша ағастарын азот ашламалары менән туҡландырырға кәрәк. Бының өсөн 10 литр һыуға ике аш ҡалағы мочевинаны иретеп ағас төбөнә ҡойорға кәрәк. Бер ағасҡа ошо етә.
Май-июнь айҙарында ағастарҙы фосфор-калий ашламалары менән туҡландырабыҙ. Ике аш ҡалағы әҙер ашламаны 10 литр һыуҙа иретергә кәрәк. Ағастың йәшенә ҡарап, ашламаның күләмен дә арттырырға була. Ҙур ағастарға 20 – 30 литр самаһы шыйыҡса кәрәк. Махсуслаштырылған ҡоро ашламаны һәр ағастың аҫтына икешәр аш ҡалағы һибеп сығырға була.
Ашламалар ҡулланыуҙан ҡурҡмағыҙ. Беҙҙең һауа шарттарында шунһыҙ мөмкин түгел.