Баҡсаларҙа яҙғы эштәр осоро етеп килә. Буласаҡ уңышты ҡоротҡостарҙан һаҡлау тураһында хәҙерҙән үк уйлай башларға кәрәк. Емеш-еләк, йәшелсәләрегеҙ файҙалы, зарарһыҙ булһын тиһәгеҙ, тәбиғи ҡатнашмалы биологик препараттар һәм ашламалар ҡулланыу фарыз.
“Кыш-вредитель универсальное” тип аталған пробиотиклы дегет һабыны составында ҡайын дегете, майлы үҫемлек кислоталарының калий тоҙҙары һәм тәбиғи бактериялар бар. Был һабын тулыһынса тәбиғи, бер ниндәй яһалма ҡатнашмалары, консерванттары юҡ. Дегеттең ҡоротҡостарҙы өркөткөс көсө арҡаһында баҡсағыҙҙы зарарлы бөжәктәр, мәҫәлән, кеблә, колорадо ҡуңыҙы, талпандар, йәшелсә-емеш ҡорттары, энәлек күбәләгенең ҡарышлауығы, оҙонморондар, киҫәрҙәр баҫып ала алмаҫ.
Был һабын бөжәктәрҙең кәүҙәһен йоҡа ғына яры менән уратып ала ла тын юлдарын ҡаплап, уларҙы һәләк итә. Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү өсөн 10 литр һыуҙа 200 – 400 мл (бер-ике стакан) дегет һабынын иретегеҙ, яҡшылап болғатығыҙ ҙа үҫентеләрегеҙгә һибегеҙ. Көрәште майҙа уҡ башларға кәрәк. Йәй буйы 10 көн һайын үҫемлектәрегеҙҙе эшкәртеп тороғоҙ, быны аҙна һайын эшләһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Баҡсағыҙҙа ҡаты ҡорт (проволочник) булһа, сәсер алдынан картуф орлоғон дегет һабыны иретмәһенә һалып торорға кәрәк.
Составында файҙалы бактериялары булғанлыҡтан дегет һабыны үҫемлектәрҙең иммунитетын нығыта, ҡутыр, аҡ тап, сейәләге япраҡ бөҙрәлеге кеүек ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра.
Баҡсағыҙҙа ҡырмыҫҡа күбәйеп китһә, уның файҙаһына ҡарағанда зыяны арта, сөнки ул үҫемлектәрҙең һутын һура, тамырҙарын кимерә, сәселгән орлоҡтарҙы һәләк итә, еләк-емеште ашай. Иң насары – баҡсала кеблә үрсетә. Ҡырмыҫҡалар кеблә бүлеп сығарған татлыҡайҙы бик ярата, шунлыҡтан үрсеһендәр өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙыра. Үҙ сиратында кеблә картуф, ноҡот борсағы, ҡыяр, сөгөлдөр һәм арпа вирустарын таратыуы менән зыянлы.
Элек күп баҡсасылар ҡырмыҫҡаға ҡаршы зарарлы химик инсектицидтар ҡуллана торғайны, ә хәҙер “Кыш-вредитель Муравей” тигән яңы тәбиғи препаратҡа өҫтөнлөк бирәләр. Уның составында ҡырмыҫҡаны ҡурҡыта торған ҡайын дегете, майлы кислоталарҙың калий тоҙҙары, файҙалы тәбиғи бактериялар бар. Баҡса ерендә ҡырмыҫҡа иләүҙәре күрһәгеҙ, уларға бер нисә ҡат ошо иретмәне (2 литр һыуға – 100 мл “Кыш-вредитель Муравей”) һибегеҙ, ҡырмыҫҡалар баҡсағыҙҙан ҡасыр.
“Кыш-Мышь” – сысҡан, һуҡыр сысҡан, ҡуян кеүек кимереүселәрҙе өркөтә торған дегетле сара. Был йәнлектәр баҡсаға бик йыш зыян килтерә. Ҡуяндар ағастарҙы кимерә, йәшелсәләрҙе, сәскәләрҙе ашай, сысҡандар әйберҙәрҙе, ашамлыҡты боҙа, сир тарата, тиҙәге менән бөтә ерҙе һаҫыта. Һуҡыр сысҡан үҫемлек тамырҙарын ашамаһа ла, ер аҫтын йырып йөрөп, барыбер зыянлата, шулай уҡ ауырыу ҙа тарата.
Баҡсаға бындай йәнлектәр эйәләшһә, “Кыш-Мышь” тигән яңы препарат ярҙамға килер. Белгестәр уға дегет концентрацияһын нәҡ кимереүселәрҙе өркөтөрлөк кимәлдә һалған.
Сысҡанға ҡаршы көрәшеү өсөн бинаның мөйөштәренә препарат һеңдерелгән туҡыма йә поролон киҫәктәре һалып сығалар. Ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡурсалау маҡсатында олондарҙы препарат һеңдерелгән сепрәк менән ураталар. Тик, артҡы тәпәйенә баҫһа, ҡуяндың 1,5 метр бейектәге олонға йә ботаҡтарға буйы еткәнен иҫтән сығармағыҙ. Етмәһә, ҡыш бейек-бейек көрт һалына. Һуҡыр сысҡанға ҡаршы йә уның соҡорҙарына препарат һеңдерелгән бысҡы вағын төшөрөргә, йә бер биҙрә һыуға 3-4 стакан препаратты һалып, яҡшылап болғатырға ла ҡойорға кәрәк. Йәй эсендә ошоно 3-4 тапҡыр ҡабатлағанда баҡсалағы һуҡыр сысҡандарҙан ҡотолорға була.