Баҡса
14 Май 2021, 06:06

Тәбиғи елем ярҙамға килә

Беҙҙең дәүерҙең иң ҙур бәләһе – кеше эшмәкәрлеге арҡаһында тирә-яҡ мөхиттең йылдам бысраныуы. Шул иҫәптән ауыл хужалығы культуралары үҫтереү, баҫыусылыҡ та экологияны боҙоуға ҙур өлөш индерә.

Беҙҙең дәүерҙең иң ҙур бәләһе – кеше эшмәкәрлеге арҡаһында тирә-яҡ мөхиттең йылдам бысраныуы. Шул иҫәптән ауыл хужалығы культуралары үҫтереү, баҫыусылыҡ та экологияны боҙоуға ҙур өлөш индерә.


Рәсәйҙә йыл һайын баҫыуҙарға миллиондарса тонна ашлама һәм 100 мең тоннаға тиклем ағыулы химикат сығарыла. Хатта баҡса­сылар ҙа үҙ баҡсаһында гербицидтар, инсектицидтар ҡулланып, үҙҙәренең һәм ғаиләһенең һаулы­ғын хәүеф аҫтына ҡуя. Ул ағыу­ҙарҙың бер өлөшө тупраҡта ҡала, ер аҫты һыуҙарына төшә, яйлап күбәйә, уларҙы ла бысрата. Шулай йыйыла торғас, бер заман тупраҡтың төр составын үҙгәртер күләмгә етә. Тупраҡта тигеҙлек боҙола, файҙалы бөжәктәр юҡҡа сыға, һыу фаунаһы ла зыян күрә. Бынан тыш, пестицидтарҙың күбеһе канцероген һәм мутаген булып тора, кешеләрҙә аллергия тыуҙыра, ағыуланыуға, хатта яман шештәргә сәбәпсе була.


Ағыулы химикаттар һәм ашламалар ҡулланмайынса нисек итеп мул уңыш алырға? Был мәсьәләне хәл итешерлек заманса ярҙам­сылар – йәбештергестәр, адъюванттар, яры яһағыстар – бар. Мәҫәлән, “Биолипостим”. Ул – тәбиғи полимерҙар нигеҙендә эшләнгән зарарһыҙ препарат, үҙенсәлектәре менән биологик елемгә оҡшаған. Үҫемлекте һауа үткәрә торған йоҡа ғына яры менән көпләй, ул үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын һәм ашламаларҙы 30 көнгә тиклем тотҡарлап тора ала. Улар йыуылып төшмәй, быуланып осмай. Үҫемлектәрҙең тәбиғи физиологик функцияларына ла зыян теймәй – улар һулыш ала, фотосинтез дауам итә.


Биойәбештергестәр ашлама­ларҙы, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын 20-30 процентҡа тиклем әҙерәк күләмдә ҡулланырға мөм­кинлек бирә, япраҡ аша үтеп инә торған ашламаларҙан туҡлыҡлы матдәләрҙең яҡшыраҡ үҙләш­терелеүен тәьмин итә. Һөҙөмтәлә уңыштың күләме арта, сифаты яҡшыра, ул экологик яҡтан хәүефһеҙ була.
Шәхси хужалыҡта һәм ҙур булмаған майҙандарҙа ҡулланыу уңайлы булһын өсөн препарат 100 миллилитрлы шешәләрҙә сыға­рыла. Бер балғалаҡ препаратты биш литр һыуҙа болғатһаң, был иретмә яҡынса 50 төп үҫемлекте эшкәртергә етә.

Читайте нас