Яҙ... Күңелдәрҙә яңы уйҙар, йылы хистәр, тормошҡа һөйөү, алдағы көндәргә булған уй-ниәт бөрөләнә торған иң матур миҙгел...
Мал-тыуарыбыҙҙың йәшел үләнгә аяҡ баҫыуы, ҡош-ҡорттоң йомортҡа һалып себеш-бәпкәләр сығарыуы, йәшелсә, еләк-емештең үҫентеләрен сәсеп, һирәкләп, баҡсабыҙҙы йәмләр сәскәләрҙе ултыртыуыбыҙ күңелебеҙгә әйтеп бөтөргөһөҙ кинәнес, ҡәнәғәтлек, ҡыуаныс бирә.
Кемдәрҙер бәйләм бәйләп килем таба, кемдер оҫта бешеренә, ырғаҡ менән иҫ киткес әйберҙәр, кейемдәр бәйләй, ҡорама яһай, балаҫ һуға, шәл, ойоҡбаш-бирсәткәләр өлгөртә, бәғзе берәүҙәр сәскә-гөлдәр үҫтереп һата, һөт ризыҡтарын эшкәртеп, бик күп килем эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап беҙҙең.
Баҡсала йыйған уңышым миңә сығымдарҙы кәметеп, арыу ғына килем килтерә. Үҫентеләр һатыу тураһында бәйән иткем килә. Тәү сиратта көҙҙән һауыттар, орлоҡ, иң мөһиме, уңдырышлы тупраҡ хәстәрләп ҡалыу мөһим.
Ҡарап тороуға был эш мәшәҡәтле, әлбиттә, ә уйлап ҡараһаң, үҫентеләр үҫтереүгә күп сығым китмәй.
Мин быйыл март башынан борос һата башланым.
Петунияларҙы һирәкләгәндә бишәр һумдан ғына өләштем. 21 һумлыҡ ҡаптағы петуниянан күпме аҡса эшләгән тиһегеҙме?!
Мораҡ, Юлдыбай, Ейәнсура яҡтарына киткән сәскәләр 1 мең 200 һумлыҡ булды! Ике тоҡ бойҙай хаҡы.
Күңел йылымды һалып, ваҡытында һыу һибеп үҫтерҙем, бары шул ғына. Ямғырҙар алдынан еләктәремдең ҡоро япраҡтарын алып, һирәкләп ултырттым.
Көҙҙән сәсмәгәс, һарымһаҡты ҡар һыуҙары һурҡмаҫ борон, тип төртә һалып ҡуйҙым. Иртәрәк ашарбыҙ тип, бер генә түтәл кишер ҙә сәстем әле.
Яҙҙан алып август айына тиклем инкубатор мәшәҡәттәре көтә.
Ә был инкубаторҙы мин бәлеш, икмәк һатып алдым!
Былтыр өс быуа йомортҡалар алып, бөтөн туғандарымды, Мәләүез, Ейәнсура районындағы таныштарымды ҡыуандырҙым һәм үҙемә һиҙелерлек килем алдым.
Ҡаҙ үҫтереп һатыуҙы ла телгә алайым. 15 бөртөк ҡаҙҙың бишәүһен һатып, һыйыр ите алдыҡ, сөнки һуғымлыҡ тайыбыҙ, танабыҙ тоҡом үрсетеүгә ҡалдырылды. Быйыл ҡаҙ бәпкәләрен күберәк алырбыҙ, тип торабыҙ.
Ә былтыр мин ҡош-ҡорт менән ҡуша ҡайнап йәй үткәрҙем. Өс быуа инкубаторҙа сыҡҡан тауыҡ себештәре йәмғеһе – 160-170 баш, бройлерҙар 51 бөртөк һәм 15 ҡаҙ бәпкәһе сығарҙыҡ. Төрлө ваҡытта сыҡҡан себештәр һәр береһенә айырым торлаҡ, төрлөсә ашатыу ҡағиҙәһе, ҡыҫҡаһы, былтыр емеш-еләкһеҙ ҡалдым, тиһәм дә була. Бөтөн көсөмдө себештәр үҫтереүгә бағышланым. Үкенмәйем, уның ҡарауы, өҫтәлем ҡош-ҡорт итенән өҙөлмәне. Күстәнәскә йәтеш ризыҡ бит ул ҡош түшкәһе! Аяғың шарпаңдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ, ти бит ололар. Эҫе йәйҙә ҡаҙан эргәһендә йүгергеләүем үҙенең уңыштарын күрһәтте.
“Тауыҡ аҫрау файҙаһыҙ” тигәндәргә ышанмағыҙ! Февраль, март, апрелдең уртаһына тиклем йомортҡа һатҡан аҡсамды һанап ҡәнәғәт ҡалдым.
Ҡыҫҡаһы, күңелегеҙ ниндәй эшкә тартыла, шуны аҙағына тиклем еткереп, һөҙөмтәһен күреп ҡыуанығыҙ.
Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, ошоно гел иҫтә тоторға кәрәк, дуҫтарым!