Баҡса
21 Мая 2021, 08:03

Дөрөҫ ҡыяр дөрөҫ орлоҡтан үҫә

Орлоҡтоң сифаты – киләсәк уңыштың нигеҙе. Был бер кемгә лә сер түгел. Шуға йәй буйы тәмле, мул уңыш биргән ҡыяр үҫтерәм тиһәгеҙ, орлоҡҡа ҡарата иғтибарлы булығыҙ.

Орлоҡтоң сифаты – киләсәк уңыштың нигеҙе. Был бер кемгә лә сер түгел. Шуға йәй буйы тәмле, мул уңыш биргән ҡыяр үҫтерәм тиһәгеҙ, орлоҡҡа ҡарата иғтибарлы булығыҙ.


Бөгөн магазин кәштәләрендә ниндәй генә орлоҡ юҡ: күҙ ҡамаша. Хаҡтары ла – 10 – 200 һум самаһы. Әлбиттә, ҡайһыһын алырға белмәйһең. Ҡыйбатын алып та, уңышһыҙ тороп ҡалған миҙгелдәр ҙә булды. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре орлоҡ әҙерләп ҡалдыра һәм йылдан-йыл һәйбәт уңыш ала. Әгәр үҙегеҙ эшләргә уйлаһағыҙ, ике-өс йыл һаҡланған ҡыяр орлоғона өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бер йыллыҡ ҡыяр орлоғонан буш сәскәләр генә “ҡыуандырасаҡ”.
Теплицаға ултыртыу өсөн алдан шытымдар әҙерләп ҡуйырға булһағыҙ, диаметры ун сантиметрҙан ҙурыраҡ булған һауытҡа бер генә ҡыяр ултыртығыҙ. Ә шытым асыҡ түтәлгә ултыртыуға әҙерләнһә, киреһенсә, бәләкәйерәк һауыт кәрәк булыр.
Ҡыяр орлоғо һауа етмәүгә тиҙ бирешә, шуға күрә уға һауыттарҙағы ерҙең еңел һәм йошмаҡ булыуы шарт. Орлоҡ сәселгән һауыттарҙың өҫтөнә пленка ҡаплап, йылы урынға ултыртырға кәрәк. Улар өс-биш көндән морон төртөр. Һыуҙың температураһы ла ошо уҡ градуста булыуына иғтибар итегеҙ. Үҫентеләр дүрт-ете көнлөк булғас, температураны 16 – 18 градусҡаса кәметергә була. Был осраҡта үҫентеләр буйға китмәҫ.
Орлоҡтарҙы ултыртыр алдынан уларҙы махсус рәүештә әҙерләйһегеҙме? Юҡмы? Кәңәшкә мотлаҡ ҡолаҡ һалығыҙ: марганцовка йәки биологик препараттар араһынан “Гумат + 7”, “Экстрасолом”, “Гамаир”, “Алирином”, “Трихоцином” кеүек зарарһыҙ, әммә файҙалы препараттар менән уларҙы күрһәтмәлә яҙылған дәүмәлдә алдан эшкәртеп ҡуйығыҙ.
Әгәр ҡыярға йылы етмәһә, ул буйға үҫә башлаясаҡ. Был осраҡта уны тәрәнгәрәк төртөп йә тупраҡ өҫтәп ҡотҡарырға була. Теплицаға йә асыҡ түтәлгә ултыртыласаҡ үҫентенең өс-дүрт япрағы булырға тейеш. Ер һәйбәт булһа, ҡыярға өҫтәмә ашлама индереү кәрәкмәй. Шулай ҙа үҫентеләр сибегерәк күренһә, минераль ашлама индерергә кәрәк буласаҡ. Быны шытымдар сығыуға ике аҙна үткәс эшләргә кәрәк, икенсе тапҡыр ашламаны үҫентене күсереп ултыртыр алдынан бер-ике көн алдан индерегеҙ. Ашлама 10 литр һыуға бер аш ҡалағы самаһы алына.
Читайте нас