Баҡса еләге – бик наҙлы үҫемлек. Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, ауырыуға һабышып, беҙҙе татлы емешһеҙ ҡалдыра ла ҡуя. Шуға иртә яҙҙан баҡса батшабикәһенә иғтибарлы булырға кәрәк.
Тәү сиратта еләктең һәйбәт сортын һайлағыҙ, агротехника тураһында онотмағыҙ. Быларҙан тыш, еләккә һауа торошо ҙур йоғонто яһай. Уның ҡапыл үҙгәреүе, һыуыҡтар һәм ямғыр ауырыуҙар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булып тора ла инде.
Был сир бәшмәклеләр төрөнә ҡарай. Айырыуса еләк бешкән осорҙа барлыҡҡа килә. Ваҡытында уны туҡтатмаһаң, бөтөн еләклеккә күсеүе ихтимал. Ямғырлы йылдарҙа йыш барлыҡҡа килә.
Үҫемлектә һоро таптар барлыҡҡа килһә, тимәк, еләклек ауырыуға дусар булған. Ошо ваҡытта уҡ уға ҡаршы көрәшә башларға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу ерҙә һаҡланып ҡалыуы ихтимал, серегән еләк һәм япраҡтарҙы шунда уҡ өҙөп алығыҙ.
Ауырыуға ҡаршы көрәш саралары:
1. Был сиргә дусар булмаған сорттарҙы алырға кәрәк. Мәҫәлән, “Берегиня”, “Надежда”, “Тарда” һ.б.
2. Ауырыу еләктәрҙе шунда уҡ өҙөп ташларға.
3. Ваҡытында сүп үләндәрен утарға.
4. Еләк бешә башлар алдынан рәттәр араһына торф, һалам һалып сығырға.
5. Иртә яҙҙан бордос ҡатнашмаһы менән эшкәртергә.
6. Еләк сәскә атыр алдынан һәм уңышты йыйып алғандан һуң фунгицидтар менән эшкәртергә. Мәҫәлән, “Споробактерин”, “Алирин-Б”, “Агролекарь”, “Прогноз”, “Чистофлор” кеүек дарыуҙар был бәләнән һәйбәт ҡотҡарыр.
Был ауырыуҙы ла бәшмәклеләр булдыра. Тәү сиратта еләктең япраҡтары зарарлана. Уларҙа 2-3 миллиметрлыҡ зарарлы нөктәләр барлыҡҡа килә. Ямғырлы көндәрҙә улар айырыуса көсәйә. Ғәҙәттә, был ауырыу бер барлыҡҡа килһә, йыл да ҡабатланып тора.
Иҫкәртеү саралары шул уҡ. Бынан тыш, ун литр һыуға 200 грамм һабын һәм еҙ купоросы ҡушып эшкәртергә.