Һуған себене майҙың икенсе яртыһынан оса башлай. Ул ергә һәм һуғандың төбөнә күкәй һала. Бер нисә көндән йомортҡанан сыҡҡан ҡарышлауыҡтар, тәмләткестең эсенә инеп, уны ашай башлай. Һөҙөмтәлә һуған һулып серей.
Был бәләгә ҡаршы нисек көрәшергә? Һуған менән кишерҙе аралаштырып ултыртыу ысулын күптәр белә. Тағы бер ысул – һуғанды иртәрәк ултыртыу. Себен оса башлағас та, түтәлдәргә ошондай матдә һибеп сығырға кәрәк: бер квадрат метр майҙанға 100 грамм ағас көлө, бер стакан тәмәке онтағы, бер балғалаҡ ҡара борос. Бынан һуң дүрт-биш көн һайын ерҙе йомшартып торорға ҡала.
Ҡарышлауыҡтарҙы еңеүҙең тағы бер ысулы – тәмәке онтағы төнәтмәһе һибеү. Бер биҙрә һыуға 200 грамм тәмәке онтағы йә махорканы өс литр ҡайнар һыу менән бешерәләр ҙә ике-өс тәүлеккә ҡалдырып торалар. Һуңынан 10 литр һыу, бер аш ҡалағы һабын, бер балғалаҡ борос һалып бутайҙар. Был шыйыҡсаны үҫемлектәргә һәм ергә һиптереп сығырға кәрәк.
Һуған төбөнөң сереүе – бәшмәк ауырыуы. Был сир барлыҡҡа килһә, һуғанға баҫҡанда йомшаҡ ерҙәрҙе тойорға була. Һаҡлауға һалынған уңыш тиҙ серейәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бәшмәк һуғанда ла, ерҙә лә икенсе йылға тиклем һаҡлана. Ауырыуҙан һаҡланыу өсөн һуған һәм һарымһаҡты ҡояшлы, ҡоро көндә алалар һәм 25 – 26 градус йылы булған, еләҫ урында киптерәләр, һуңынан аҡбур менән эшкәртеп һаҡлауға һалалар.
Переноспороз – шулай уҡ бәшмәк ауырыуы. Тәү сиратта һуғандың ҡыяғында аҡһыл йәшел төҫтәге таптар барлыҡҡа килә, һуңынан улар һорғолт-күкһел төҫкә әйләнә. Ҡыяҡтарҙың осо ваҡыт үтеү менән һарғайып кибәсәк. Ауырыу ямғырлы һәм һыуыҡ көндәрҙә айырыуса шаша.
Был бәшмәк тә ерҙә һәйбәт ҡышлай, шуға күрә ҡышҡылыҡҡа һуған ҡалдыҡтарын түтәлдәрҙә ҡалдырмаҫҡа, һуғанды икенсе йыл башҡа урынға ултыртырға кәңәш ителә.
Көрәш ысулы: һуғанды төньяҡтан көньяҡҡа табан ултыртырға кәрәк. Араһында сүп үләне үҫмәһен, һуған баштары бер-береһенә яҡын урынлашмаһын. Һуған ҡыяҡтары 10 – 12 сантиметрға еткәс, еҙ хлор әсемәһенән яһалған шыйыҡса менән эшкәртергә кәрәк. Бының өсөн 10 литр һыуға бер аш ҡалағы һабын һәм еҙ хлор әсемәһе өҫтәргә.
Түтәлдә ауырыу барлыҡҡа килеү менән һыу ҡойоуҙы, ашлама индереүҙе туҡтатып тороғоҙ. Һуған баштары ҙурайғас та, уны йыйырға була. Ҡыяҡтарын шунда уҡ яндырырға, ә баштарын ҡояшта 12 – 14 көн һаҡларға кәрәк.
Һуған һәм һарымһаҡ туты – шулай уҡ бәшмәк ауырыуы. Ул тәү сиратта үҫемлектең ҡыяғын зарарлай, уларҙа аҡһыл-һары төҫтә ҡабарынҡы таптар барлыҡҡа килә. Бер килке ваҡыт үткәс, улар ҡарая. Инфекция һуған һәм һарымһаҡ ҡалдыҡтарында, күп йыллыҡ һуған төрҙәрендә һаҡланыуы ихтимал. Иҫкәртеү сараларын үрҙә әйтеп киттек.
Фузариоз күпселек осраҡта һарымһаҡта осрай. Тәүҙә үҫемлектең төбө йомшара, һуңынан ул кибеп ҡороясаҡ. Был ауырыу һарымһаҡҡа төшмәһен өсөн уны ултыртыр алдынан еҙ купоросы менән эшкәртергә кәрәк. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы өҫтәп һибеп сығыу, ауырыу үҫемлектәрҙе яндырыу талап ителә.