Баҡса
7 Июнь 2021, 11:00

Уңғандарҙың еләге өлгөргән!

Баймаҡ районының Күсей ауылы уңғаны Нурзиә Үтәғолова баҡса еләген йыйып та алған.

Быйыл майҙың йылы булыуы күп кенә емеш-еләктең иртә өлгөрөүенә килтерҙе. Күп баҡсаларҙа төрлө сәскәләр хуш еҫ бөркөп, күңелдәргә матурлыҡ өҫтәһә, икенселәрҙең түтәлдәрендә баҡса еләктәре тәгәрәшеп ята.
Баймаҡ районының Күсей ауылында йәшәгән Нурзиә Үтәғолованы ауылдаштары оҫта баҡсасы булараҡ яҡшы белә. Кисә ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә баҡсаһынан йыйып алған ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе ҡуйып та өлгөрҙө.
Баҡса еләге үҙенең тәмлелеге менән генә түгел, ә витаминдарға бай булыуы менән дә айырылып тора. Ул аппетитты яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк юлы системаһына ыңғай йоғонто яһай, матдәләр алмашыныуын тиҙләтә һәм бәүел бүлеп сығарыуҙа ҡатнаша. Баҡса еләге авитаминоз, ҡан баҫымы, подагра, атеросклероз кеүек ауырыуҙарҙан бына тигән дауаланыу сараһы булып тора!
Халыҡ медицинаһында иһә еләкте балаларҙың эсе киткәндә һәм аҙ ҡанлылыҡ менән интеккәндә ҡулланалар. Көн һайын еләк ашаған кешенең иммун системаһы ныҡ. Йәйен еләк менән һыйланғандар ҡышын һалҡын тейеүҙән интекмәй.
Күптәр еләк составында йод барлығын белмәйҙер ҙә әле. Көнөнә 150-200 грамм баҡса еләге ашаһағыҙ, ҡалҡан биҙегеҙҙең эшмәкәрлеге яҡшырыр, организмығыҙҙа йод артыр. Шуны ла әйтергә кәрәк, еләктең составында булған салицил кислотаһы быуындар ауыртҡанда бик файҙалы. Эсәк инфекцияһынан интегеүселәр өсөн дә еләк бына тигән дауаланыу сараһы буласаҡ.
Еләк - бик татлы, баллы емеш. Шуға ҡарамаҫтан, уны шәкәр ауырыуынан интегеүселәргә лә ашарға ярай. Еләктең файҙаһы булһын өсөн, көнөнә 400 грамдан да кәм еләк ашамаҫҡа кәңәш ителә. Билдәле, балаларға күп һыйланырға ярамай, аллергия сығыуы бар.
Еләк ҡанды тимергә байыта. 200 грамм баҡса еләгендә бары 60 калория ғына. Шулай уҡ 1-2 грамм аҡһым, 14 грамм углевод, 28 грамм кальций, 0,8 грамм тимер, 20 грамм магний, 38 грамм фосфор, 54 грамм калий, 113,4 грамм С витамины, 35.4 мкг фолий кислотаһы һәм 54 грамм А витамины бар.
Шулай уҡ баҡса еләген “йәшлек емеше” тип тә атап йөрөтәләр. Сөнки ул кешене ысын-ысынлап йәшәртергә һәләтле. Викторияла булған В, Е төркөмөнә ингән витаминдар бит тиреһен алһыуландыра, йәшәртә. Өҫтәүенә, еләк ашағандан һуң, организмда “бәхет гормоны” эшләнеп сыға һәм кешенең кәйефе күтәрелә.
Әйҙәгеҙ, мәлендә рәхәтләнеп баҡса еләген ашап ҡалағыҙ, тиҙҙән урман-ҡырҙарҙа ла тупырлашып еләк бешер әле. Тик ямғырҙар ғына яуһын...
Фото: Нурзиә Үтәғолованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас