Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Баҡса
11 Июнь 2021, 11:30
Ҡыяр ни өсөн әсе була?
Күп баҡсасылар ҡыярҙарының әсе булыуына зарлана. Асыҡланыуынса...
Күп баҡсасыларҙың түтәлдәрендә ҡыярҙың өлгөргән мәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпме көс түгеп ултыртылған йәшелсә ҡайһы берҙә әсе була. Бының сәбәбен тәжрибәле баҡсасылар түбәндәгесә аңлата.
Ғәҙәттә, ҡыярҙа кукурбитацин артыҡ булғанда, ул әсе була. Был матдә йәшелсәләргә күп булмаған дозала хас. Әммә артыҡ булһа, насар. Ул дым, ҡояш нурҙары, туҡланыу етмәүҙән, юғары йәки түбән температурала йыйыла. Шулай итеп йәшелсәнең тәмен боҙа.
Айырыуса йылы мәлдә ҡоро тупраҡта үҫкән ҡыярҙар әсе була. Әйткәндәй, һыуҙы түтәлде йөҙҙөргәнсе ҡойорға ла ярамай. Был йәшелсәне артыҡ дым да һәләк итә. Һәр нәмәлә сама белеү мөһим.
Фото:dachnaya-zhizn.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"