Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
16 Июнь , 12:30

Бәйләнгән ағас ҡорой...

Әйткәндәй, үҫентене һис кенә лә бау менән сырмарға ярамай.

Айырыуса яҙғыһын күпләп үҫентеләр ултыртабыҙ, улар тиҙ арала үҫеп китһен өсөн һәр төпкә һыу һибәбеҙ, ел-ямғыр, ҡар һындырмаһын, тиҙ буй еткерһен тигән маҡсаттан сығып ағастарҙы бәйләйбеҙ. Әйткәндәй, үҫентене һис кенә лә бау менән сырмарға ярамай.
– Ағас ултыртыу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә, – тип аңлатма бирә баҡсасы Иҙелбай Мәғәфүров. – Ғәҙәттә, ҡайһы бер кешеләр, әлбиттә изге ниәтте күҙ уңында тотоп, үҫентене еп ярҙамында дүрт яҡҡа тарттырып бәйләп ҡуя. Былай итеү һис кенә лә килешмәгән эш. Ағас бит шул көйөнсә ҡалмай, буйға үҫә, олоно йыуаная. Бына нәҡ шул ваҡытта ул быуылыуға дусар була, үҙ сиратында, ҡорой.
Иҙелбай Мәғәфүров билдәләүенсә, ағастың төбөн еңелсә генә тапарға ярай, ә еп менән һыҡтырып бәйләү – вәхшилек.
Ысынлап та, күп урында бау менән сырмалған үҫентеләрҙе күрәбеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәре ваҡыт үтеү менән һулый. Ҡыҫҡаһы, үҫенте ултыртҡанда ябай ғына ҡағиҙәләрҙе онотмайыҡ!
Фото: Илдар Аҡъюлов.