Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
17 Июнь , 22:00

Аҡ күбәләк нимәне яратмай?

Баҡсағыҙҙа кәбеҫтә үҫентеләрен аҡ күбәләктәр һырып алһа, ни эшләргә? Уларға ҡаршы ябай ғына көрәш ысулы - яҙмала.

Баҡсағыҙҙа кәбеҫтә үҫентеләрен аҡ күбәләктәр һырып алһа, ни эшләргә?
Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, һеҙгә был осраҡта сәй содаһы ярҙамға киләсәк - уны кәбеҫтәләргә зыян килтергән аҡ күбәләк яратмай. Ошо ҡоротҡостар күренә башлау менән йәшеләсәгә тәүҙә һыу, унан өҫтөнә сәй содаһы һибергә кәрәк.
Сода япраҡтарға йәбешеп ҡалырға тейеш. Уның кәбеҫтәгә зыяны юҡ, ә ҡорттарҙы бөтөрә.
Әйткәндәй, йәшелсә бетенән дә шулай ҡотолорға мөмкин. Ун литр һыуға дүрт аш ҡалағы сәй содаһы һалынған иретмәне кис йәшелсәгә һибергә кәрәк. Был эште 3-4 көндән йәнә ҡабатларға.
Баҡса уңышығыҙ мул булһын!
Фото: moysad.ru