Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
22 Июнь , 13:00

Йортоғоҙға уңыш килтерер

Эштәрегеҙ көйһөҙләнһә, һаулығығыҙ ҡаҡшаһа, гөлөгөҙҙөң япраҡтары ла һулый, ҡойола башлай. Хужабикәләр быны үҙ тормош тәжрибәһенән сығып әйтә...

Һәр халыҡта төрлө ырымдар, ышаныуҙар йәшәй. Берәүҙәр йорттарына бәхет, уңыш бөркөп, йәм биреп тороусы гөлдәр булыуына ышана. Кешеләр Фэн-Шуй белеме тәҡдимдәре буйынса гөлдәр алырға һәм бүләк итергә ярата.
Шул мөғжизәле, кәйефте күтәреүсе гөлдәрҙең береһе – крассула йәғни “аҡса ағасы” хәҙер беҙҙең өйҙәрҙә лә ят ҡунаҡ түгел. Үҫемлектең япраҡтары, ысынлап та, аҡса тәңкәләрен хәтерләтә. Уңайлы шарттар булғанда, һеҙҙең тормошоғоҙ яйлы барғанда япраҡтар ялтырап китә. Эштәрегеҙ көйһөҙләнһә, һаулығығыҙ ҡаҡшаһа, гөлөгөҙҙөң япраҡтары ла һулый, ҡойола башлай. Хужабикәләр быны үҙ тормош тәжрибәһенән сығып әйтә. Аҡса ағасын тәрбиәләп торһағыҙ, ул һеҙгә уңыш, йортоғоҙға ҡот килтерер, ти гөл үҫтерергә яратыусылар.
Уны көньяҡ йәки көнсығышҡа ҡараған тәҙрәгә ҡуйығыҙ. Япраҡтары ҡойолмаһын, зарарланмаһын тиһәгеҙ, тура төшкән ҡояш нурҙарынан һаҡлағыҙ. Кислород етешмәһә, япраҡтар ҡойола башлай. Ваҡыт-ваҡыты менән аҡса ағасын ҡояшҡа төрлө яҡтары менән әйләндереп тороғоҙ. Ярты йыл һайын урынын алмаштырыу өсөн бик яҡшы буласаҡ. 20-24 градус йылылыҡ – уның өсөн иң яҡшыһы. Йәйен урамға йәки балконға сығарһағыҙ ҙа була. Йәйге селләлә үҫемлеккә аҙнаһына ике тапҡыр һыу һибегеҙ. Тупраҡтың ҡатып китеүенә юл ҡуймағыҙ, шулай уҡ артыҡ дымлылыҡ та крассула өсөн зыянлы. Ҡышҡыһын ике аҙнаға бер тапҡыр һыу һибеү ҙә етә, ти сәскә үҫтереүселәр.
Фото:Vodakavazer.ru