Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
27 Июнь , 20:30

"Берҙәм Рәсәй" баҡсасыларға ярҙамға киләсәк

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаттары баҡсасылар шәрҡиәттәре вәкилдәре менән осрашты.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаттары баҡсасылар шәрҡиәттәре вәкилдәре менән осрашты. Өфө эргәһендә урынлашҡан 42 баҡсасылыҡ ширҡиәтендә электр уты һүндерелде. Был сара электр энергияһы өсөн йыйылған бурыстарҙың күбәйеүе менән бәйле. Фракция етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов етәкселегендә үткән осрашыуҙа Калинин районы хакимите вәкилдәре, прокуратура хеҙмәткәрҙәре һәм баҡсасылар артабан хәлде нисек көйләргә һәм килеп сыҡҡан хәлдән сығырға тигән һорауҙарға яуап эҙләне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, электр энергияһына бурыстар йыйылыу – бөтөн баҡсасылыҡтар өсөн дә ҙур проблема. Йылдан-йыл был бурыстың күләме артыуы ла бәкәлгә һуға. Түләмәүселәр арҡаһында уларҙың күршеләре йонсой. Баҡсасылар ширҡиәте етәкселәренең фекеренсә, ҡайһы бер намыҫһыҙ кешеләр электр энергияһын урлау менән дә шөғөлләнә. Ә урланған энергия өсөн яуаплылыҡ һәм сығымдар әлеге лә баяғы намыҫ менән иғәнәне түләгән кешеләр елкәһенә ята.
  • Бөгөн күтәрелгән был мәсьәлә мөһим. Баҡсасыларҙың энергия менән тәьмин итеүсе компаниялар менән туранан-тура килешеүе юҡ. Мәҫәлән, күп йортло фатирҙарҙа кемдер һыу, газ, электр энергияһы өсөн түләмәһә, уны уңайлыҡтарҙан өҙәләр һәм суд аша бурысты түләтәләр. Ә баҡсасылар менән хәл икенсерәк. Ресурс менән тәьмин итеүсе һәм баҡсасылар ширҡиәттәре араһында килешеү юҡ. Бөтөн бәләнең башы ошонда ла инде. Мәҫәлән, “ЭКСБ” йәмғиәте “Зауфимец” баҡсасылар шәрҡиәттәре менән килешеү төҙөгән. Һуңғыһы 42 баҡсасылыҡты берләштергән һәм бер электр энергияһы счетчигы ҡуйылған. Шул счетчик буйынса дөйөм түләүҙәр иҫәпләнә лә инде. Артабан “Зауфимец” килеп сыҡҡан түләүҙе баҡсасылар шәрҡиәттәренә ебәрә, - тип аныҡлыҡ индерҙе Рөстәм Ишмөхәмәтов.
  • Бөгөн “Зауфимец”тың “ЭСКБ” ойошмаһы алдында бурысы 17 миллион һумға барып баҫҡан. Шулар араһында 27-се баҡсасылар шәрҡиәтендә бурыс иң күбе йыйылған. Йәмғеһе 4 миллион һум тәшкил иткән. 17 миллион – ул ҙур сумма, шуға “ЭСКБ” электр энергияны һүндереүҙән башҡа сара юҡ ти.
    • Ҡайһы бер баҡсасыларҙың йорттарында электр энергияһын һанаусы приборҙар тора, әммә уларҙың юридик көсө юҡ, сөнки туранан тура килешеүҙәр төҙөлмәгән. Күпселек баҡсасылар ошо счетчиктарҙың һандарын алып, үҙҙәре сарыф иткән электр энергияһы өсөн түләй. Әммә меңәрләгән кеше араһында нәфсеһен тыймағандар, башҡалар иҫәбенә электр уты менән файҙаланғандар ҙа бар. Шуға бурыс артҡандан арта тигән фекергә килде ултырышта ҡатнашыусылар.
    • “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Елена Родина фекеренсә, йыл әйләнәһенә баҡсасылыҡта йәшәгәндәр электр энергияһын күберәк сарыф итә.
      • Беҙ хәлде баҡсасылыҡтарға барып өйрәндек. Кем үҙенең баҡсаһын тейешенсә файҙалана, улар менән ауырлыҡ тыумай. Бына баҡсала йорттар һалып, йыл әйләнәһенә шунда йәшәгәндәргә һорауҙар күп. Өс этажлы коттеджды йылытыу һәм электр энергияһы менән тәьмин итеү йәйге бәләкәй йорттағы ике электр лампочкаһы яндырыу менән бер түгел. Ә түләүҙәр – бер сама сыға. Электр энергияһы менән тәьмин иткән ойошманы алдап булмай, ә күршеләр елкәһенә бурыс төшә, - ти Елена Родина.
      • Баҡсасылыҡ шәрҡиәттәрендә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә рөхсәт бирелеү ҙә хәлде ҡатмарлаштыра. Өфө эргәһендә баҡсасылыҡ шәрҡиәттәре биләмәһендә ҡунаҡханалар, кафе, ял урындары, магазин һәм башҡалар урынлашҡан. Әлбиттә, улар помидор-ҡыяр үҫтергән инәйгә ҡарағанда электр энергияһын йөҙ тапҡырға күберәк ҡуллана. Ә күпме түләй? Был һорауға яуап биреүе ауыр.
        Хәлдән сығыу юлының береһе – баҡсасылар һәм энергия менән тәьмин итеүселәр араһында туранан тура килешеү төҙөү. Бының өсөн законлы нигеҙ бар. Тик ысынбарлыҡта быны эшләүе ауыр. Баҡсалағы йорт электр сымына тоташтырылыуы, счетчигы эшләүе тураһында документты шәрҡиәт бирергә тейеш, ә уларҙа бындай документтар юҡ. Электр сымдары иҫке һәм улар яңы талаптарға тура килмәй. Иң ҡыҙығы шунда: электр менән тәьмин итеүсе компанияларға туранан тура килешеү төҙөү ҙә уңайлы түгел. Был аҙымға барһалар, уларға иҫкергән сымдарҙы алмаштырыу, системаны яңыртыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Әммә был хәл әлеге кимәлдә ҡала алмай. Артабан нимәлер эшләргә кәрәк. Әгәр хәлде республика кимәлендә көйләп булмаһа, депутаттар был мәсьәлә менән Рәсәй Дәүләт Думаһына сығырға әҙерлеген белдерҙе. Ә әле күтәрелгән мәсьәләне Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Оксана Савченко үҙ ҡарамағына алды. Һөйләшеү барышында 42 баҡсасы шәрҡиәтендә лә электр энергияһы ошо көндәрҙә биреләсәк тип килешелде.
        Оксана Савченко билдәләүенсә, яҡын арала барлыҡ баҡсасылыҡтарҙа ла йыйылыштар үткәреләсәк һәм мәсьәләне артабан хәл итеү юлдары барланасаҡ.
        фото: vlg.aif.ru