Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
1 Июль , 15:00

Ҡытайға китмәҫкә булған...

Быйыл эшҡыуар кәм тигәндә ике тонна еләк һатырға уйлай. Ул әле кәрәҫтиән-фермер хужалығы асыу өсөн документтар йыйыу менән мәшғүл. Был осраҡта дәүләт ярҙамына дәғүә итеү мөмкин буласаҡ.

Владислав Ананьевтың тормошон пандемия аҫтын-өҫкә килтергән. Ҡытайға күсенеп китергә уйлаған ирҙең планын ошо зәхмәттең ябырылыуы боҙа, сөнки сиктәр ябыла. Программист тәүге тулҡындың баҫылғанын ауылда көтөргә, аҙаҡ ғаиләһе менән сит илгә бөтөнләйгә китергә уйлай.
Был ваҡытта Ауырғазы районында йәшәгән ирҙең ата-әсәһе баҡса еләге үҫтереү менән шөғөлләнгән була. Программист ошо эшкә юғары технологияларҙы йәлеп итеү юлы менән уңышты арттырыу хаҡында уйлана башлай. Шулай итеп, ир эшҡыуарлыҡҡа нисек тотоноп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Хәҙер ул еләкте тонналап етештерә. Һәр түтәлдә - айырым сорт. Береһенән йылына бер тапҡыр уңыш алһалар, икенселәре йыл әйләнәһенә уңыш бирә. Сауҙа итеү интернет аша бара, агрономдар кәңәштәре менән ярҙам итеп тора.
Еләк түтәлдәрендә тотош ғаиләләре менән эшләйҙәр. Ҡатыны, улы, ҡустыһы, һеңлеләре-барыһы ла бергә. Быйылғы эҫелек уңышҡа насар тәьҫир итә, ти эшҡыуар. Шуға күрә түтәлдәрҙе көйҙөрмәһен өсөн махсус селтәр менән ябалар. Еләк плантацияһын киләсәктә биш гектарҙа йәйелдерергә уйлайҙар.
Владиславтың әсәһе Зөләйха апай улының Ҡытайға китә алмауы өсөн шатланып бөтә алмай. “Ауылда йәшәргә мөмкин. Ике-өс йылдан еләк үҫтереү табышлы бизнесҡа әүерелеүе ихтимал,” - ти ул. Былтыр эшҡыуар 300 килограмм уңыш алған. Быйыл кәм тигәндә ике тонна еләк һатырға уйлай. Ул әле кәрәҫтиән-фермер хужалығы асыу өсөн документтар йыйыу менән мәшғүл. Был осраҡта дәүләт ярҙамына дәғүә итеү мөмкин буласаҡ.
Фото: BashNews