Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
3 Июль , 08:30

Ҡауын ниндәй осраҡтарҙа зыянлы?

Ҡауындың файҙаһы күп: ул ҡатын-ҡыҙҙы һылыуыраҡ, сәләмәтерәк, ә ир-атты көслөрәк итә. Шулай ҙа...

Ҡауын – хуш еҫле, татлы көньяҡ ҡунағы. Уның ҡабығы ла, эске өлөшө лә, хатта орлоҡтары ла файҙалы һәм ашарға яраҡлы.
Күптәр уның йәшелсәме, емешме икәнен асыҡлай алмай аптырай. Дөрөҫө – ул еләк! Диетик һәм шифалы үҫемлек булараҡ та ул киң билдәле. Калорияһы түбән. Унда фолий кислотаһы, С витамины, бета-каротин күп.
Белеүебеҙсә, С витамины беҙҙең организмыбыҙҙы ҡышҡы һалҡындарға бирешмәҫлек итеп әҙерләй, бета-каротин тире һәм сәстәребеҙҙең торошон яҡшырта, иммунитетты нығыта. Уның кәйефте күтәреү, йоҡоһоҙлоҡтан, арыу-талсығыуҙан, ҡуҙғыусанлыҡтан арындырыу сифатына эйә булыуы билдәле. Ҡауындың йомшағы микроэлементтарға бай, шифалы көскә эйә. Унда тупланған кремний тән туҡымалары, нервылар, тире һәм сәстәр торошо өсөн мөһим. Аҙ ҡанлылыҡ менән яфаланған ауырыуҙар өсөн дә ҡауын бик файҙалы, сөнки унда тимер күп. Калий һәм магнийға бай булғас, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланғандарға тәҡдим итергә була.
Ҡауындың файҙалы үҙенсәлектәре ҡатын-ҡыҙҙы һылыуыраҡ, сәләмәтерәк итеүен аңлағанһығыҙҙыр инде. Көслө зат элек-электән ҡауындың орлоҡтарын сәйнәргә ғәҙәтләнгән, айырыуса бал ҡушып. Тик бында ла сама кәрәк, көнөнә ике грамдан арттырырға ярамай, талаҡҡа зарар килтереүе ихтимал, ти табиптар.
Шулай ҙа ҡауындың иң ҙур өҫтөнлөгө – унда күҙәнәкле туҡыманың мул булыуы. Хәҙерге заман медицинаһында еләкте организмды, эсәклекте таҙартыу өсөн уңышлы файҙаланалар. Епсәләре организмдан токсик матдәләрҙе сығарыу үҙенсәлегенә эйә. Был “санитарлыҡ” сифатының ҡайһы саҡта зыян килтереүе лә ихтимал.
Ҡасан уның сәләмәтлеккә зарар килтереүе мөмкин? Һөт аҙыҡтары һәм алкоголле эсемлектәр менән бергә ҡулланыу аҙыҡ зшкәртеү системаһын боҙа. Бала имеҙеүсе ҡатындарға ла ҡауын ашарға тәҡдим ителмәй, сөнки сабыйҙың зс ауыртыу ихтималлығы көслө. Шулай уҡ табиптар шәкәр диабеты сирлеләргә, гастрит, ашҡаҙан шешенә юлыҡҡандарға ҡауын ашарға тәҡдим итмәй. Ас ҡарынға ашау ҙа сәләмәтлеккә зыян килтереүе мөмкин.
Киптерелгән ҡауын – көнсығыш халҡының яратып ашаған аҙығы. Кипкән булһа ла, унда бөтә файҙалы матдәләр һаҡлана. Уны һыуытҡыста туңдырып, өс ай буйы һаҡларға ла була.
Фото: babyolo.ru