Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
7 Июль , 15:30

Өфөлә ананас өлгөргән!

Тропик емештәр короле баш ҡаланың ҡайһы урынын үҙ иткән?

Был ҡыуаныслы күренеш хаҡында баш ҡала лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова түбәндәгеләр хаҡында белдергән: “Ананасты тип юҡҡа ғына атамайҙар. Үҙенең бай ҡабыҡ “кейеме”ндәге был һутлы емеш (ә был емеш!) – һәр байрам өҫтәле биҙәге. Тәмле булыуынан тыш, ананаста күп витаминдар һәм микроэлементтар бар. Улар кеше сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫир итә”.
Оҙаҡ йылдар лимонарийға етәкселек иткән Фәриҙә Садиҡованың белдереүенсә, ананастың тыуған иле - Бразилия. Был емеш әле унда ҡырағай шарттарҙа үҫә. Ә Европаға уны Христофор Колумб картуф һәм тәмәке менән бергә килтергән. Заманында Колумб был емештәргә хайран ҡалған. Тик бына йылылыҡ яратҡан емештәр урындағы климатты үҙһенмәй һәм шуға уларҙы XVI быуатта Европа илдәренең Африка һәм Азиялағы колонияларында үҫтерергә ҡарар ителгән.
Ә Өфө лимонарий – баш ҡаланың бер йәмле биҙәге. Унда 1300 лимон ағасы бар һәм был емештең ике төрө үҫтерелә. Бынан тыш, бында банан, әфлисун һәм башҡа бихисап емеш, үҫемлек бар.
Фото: Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы.
Автор:Айһылыу Низамова